Сәйед-Хөсәйен Бакаев менән Адлан Амриевҡа “Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы спорт мастеры” тигән исем бирелде. Ошо фарманға Рәсәйҙең спорт министры Олег Матыцин ҡул ҡуйған.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йыл республикабыҙ спорты өсөн сағыу ваҡиғаларға бай булды. Өфөлә спорт көрәше буйынса йәш үҫмерҙәр араһында үткәрелгән чемпионатта Белорет егете Сәйед-Хөсәйен Бакаев алтын миҙал яуланы. Ул 63 килограмға тиклемге ауырлыҡ үлсәмендә ярымфиналда – Румыния спортсыһы Мануэл Стойкты, финалда Грузия көрәшсеһе Диего Чхиквадзены еңде.
Сәйед-Хөсәйен Рәсәйҙең йәштәр спартакиадаһында еңде, илдең йәш үҫмерҙәр беренселегендә, Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа көмөш миҙал яуланы. Бынан тыш, Волга буйы федераль округы беренселегендә еңеп сыҡты. Биш йәшендә спорт менән шөғөлләнә башлаған егеттең тренерҙары – Рәсәйҙең атҡаҙанған тренеры Владимир Коробов һәм Илдар Ғилманов.
Адлан Амриев – билдәле көрәшсе Муса Евлоевтың ауылдашы. 2021 йылда ул Рәсәйҙең йәштәр спартакиадаһында, Суракат Асиятилов иҫтәлегенә турнирҙа, Волга буйы федераль округы турнирында еңеүсе тип танылды, Рәсәй йәш үҫмерҙәр турнирында көмөш миҙал яулағайны. Былтыр Адлан Өфөлә спорт көрәше буйынса йәш үҫмерҙәр араһында үткәрелгән чемпионатта алтын миҙалға лайыҡ булғайны.
Айһылыу НИЗАМОВА