Миллиондарса көйәрмәндәрҙең яратҡан спорт төрөндә яңы миҙгелгә әҙерлек бара. Континенталь хоккей лигаһының 15-се миҙгелен юлаевсылар ситтә уйнауҙан башлаясаҡ.
Команда Санкт-Петербург – Балашиха – Минск маршруты буйынса сәфәргә сығасаҡ. “Өфө-Арена”ла беренсе матч иһә 9 сентябрҙә уҙғарыласаҡ – “Салауат Юлаев” менән “Трактор” осрашырға йыйына. Континенталь хоккей лигаһының регуляр чемпионатында командабыҙ барлығы 68 уйында ҡатнашасаҡ.
Милли йыйылма командалар матчтары өсөн 12 – 18 декабрҙә пауза ҡаралған. Хоккей йондоҙҙары аҙналығы иһә 10-11 декабрҙә Силәбелә ойоштороласаҡ.
Айһылыу НИЗАМОВА