Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Захарҙың ике еңеүе

sport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

Дыуан балалар спорт мәктәбе тәрбиә­ләнеү­сеһе Захар Неустроев Мәскәү өлкәһе гран-прийын, Бөтә Рәсәй еңел атлетика ярыштарында ике тапҡыр беренселекте яуланы.

Егет 16 йәшкә тиклемгеләр араһында 100 һәм 200 метр арауыҡҡа йүгереү буйынса ярыштарҙа үҙ көсөн һынап ҡараны. Беренсе көндә 100 метр арауыҡҡа ярыштарҙа иң яҡшы күрһәткескә өлгәште (11,70 секунд) һәм финалға сыҡты. Унда иһә ул еңеү яуланы (11,58 секунд). Иртәгәһенә  200 метр арауыҡҡа йүгереүҙә финишҡа икенсе булып килде, ә бына финал ярыштарында арауыҡты 23,46 секундта үтеп, еңеүсе булды.

Әйткәндәй, был ярыштарҙа өлкән йәштәге спортсылар ҙа үҙ көсөн һынап ҡараны. Мәҫәлән, бейеклеккә һикереү буйынса Олимпия уйындары чемпионы Мария Ласицкене, донъя һәм Европа чемпионаттарында призлы урын яулаған Илья Иванюк һәм башҡалар ҡатнашты.

Айһылыу НИЗАМОВА

Читайте нас в