Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Был ысын геройҙар уҙышы булды!

Журналистар бындай сараларҙы киләсәктә тағы үткәрергә теләк белдерҙе. Ярыштың иң мөһим мәлдәре - яҙмала һәм фотоларҙа. 

Был ысын геройҙар уҙышы булды!
Был ысын геройҙар уҙышы булды!

Үткән шәмбе бигерәк эҫе, томра ине, ҡояш та нурҙарын йәлләмәй барлыҡ ғаләмгә таратты. Тик был хәл Шишмә районының Алкин-2 ҡасабаһында ойошторолған  “Медиа геройҙар уҙышы”на килгәндәрҙе һис албырғатманы. Шуныһы үҙенсәлекле: был бик үҙенсәлекле спорт ярыштары Рәсәйҙә иң ҙурҙарҙың береһе булған “Патриот” хәрби-патриотик паркында уҙғарылды. Әйткәндәй, “Геройҙар уҙыштары” – махсус подразделениелар хәрбиҙәре өсөн һынауҙар нигеҙендә ойошторлған илдәге беренсе спорт сараһы.

Һынауҙар сыныҡтыра ғына

Башҡортостанда “Патриот” паркы республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса барлыҡҡа килде. Уның базаһында “Авангард” йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү уҡыу-методик үҙәге лә эшләй.

Үткән шәмбе үткәрелгән ярыштарҙа ҡатнашҡандарға ҡаршылыҡтар булған трасса, һыу ҡаршылыҡтары, юғары стеналар, ҡоймалар, тоннелдәр, канаттар, траншеялар һәм башҡалар аша үтеү талап ителде. Шул уҡ ваҡытта бындағы тәбиғи рельеф файҙаланылды.  

Шуныһы үҙенсәлекле: Шишмә районының Алкин-2 ҡасабаһындағы сарала ҡатнашҡан командалар араһында “Башҡортостан” гәзите хеҙмәткәрҙәренән торғаны ла бар ине. Был бер ойошма хеҙмәткәрҙәренән торған берҙән-бер команда ине. Капитаны баҫманың баш мөхәррире, республиканың Журналистар союзы рәйесе, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре Вәдүт Исхаҡов булды. Командала шулай уҡ гәзиттең баш мөхәррире урынбаҫарҙары Алһыу Әһлиуллина, Рәшит Зәйнуллин, баш мөхәррир эргәһендәге хәбәрсе Илдар Аҡьюлов, сәйәсәт һәм хоҡуҡ бүлеге мөдире Рәмилә Мусина бар ине.

Ярыштар һәммәһен бергә тупланы

Башҡортостан тарихында беренсе тапҡыр республика киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре өсөн “Медиа геройҙары уҙышы” Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы һәм республиканың Спорт министрлығы ярҙамында уҙғарылды. Журналистар иҫ киткес ғәжәйеп, көс һәм таҫыллыҡ талап иткән ярыштарҙа ҡатнашты һәм үҙҙәренең командаһының, коллективының берҙәм, татыу икәнлеген күрһәтте.

"Патриот" паркында уҙғарылған "Медиа геройҙар уҙышы" тантаналы асылды. “Бөгөн коллегаларыбыҙ менән “Патриот” паркы майҙансығында “Медиа геройҙар уҙышы”нда ҡатнашырға йыйылғанбыҙ. Өфө һәм Шишмә хакимиәттәренә рәхмәт белдерге килә, улар ярҙамынан тыш бөгөнгө спорт байрамы булмаҫ ине. Беҙҙең алдынғы теле-, радиоканалдар, матбуғат баҫмалары, баҫмалар – интернет киңлек лидерҙары, блогерҙар – барыһы ла ҡаршылыҡтарҙан торған трассаны үтеү өсөн килгәнбеҙ. Татыу команда менән һыу ҡаршылыҡтарын, юғары стеналарҙы, ҡоймалар, тоннелдәр, канаттар, траншеялар һәм башҡаларҙы үтәсәкбеҙ”, – тип белдерҙе сараны асҡанда Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Максим Ульчев.

Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов “Геройҙар уҙышы”ның уҡыусыларҙы әҙерләү программаһына инеүе, шуға өлкәндәрҙең, шул иҫәптән киң мғлүмәт вәкилдәренең үҙ миҫалы менән фикультураның, спорттың һәм сәләмәт тормош алып барыуҙың заман йәмғиәте өсөн норма икәнлеген күрһәтеүе хаҡында һөйләне.

“Бөгөн беҙ – иң шәп трассалабыҙ. Беҙ унда геройҙар уҙышын ғына түгел, башҡа рәсми спорт һәм физкультура ярыштарын үткәрә алабыҙ. “Патриот “ паркы етәксеһе булған Мәғариф һәм фән министрлығының да ҡаҙанышын билдәләргә кәрәк. Уның барлыҡ мөмкинлектәре балаларыбыҙға, уҡыусыларға йүнәлтелгән, – тине Руслан Хәбибов. –Бөгөн киң мәғлүмәт саралары вәкилдәренең йыйылыуы һәм үҙ миҫалы менән Рәсәйҙә, Башҡортостанда, спорттың йәшәү нормаһы икәнлеген күрһәтә. Был 13 августа, Физкультурниктар көнөндә, раҫланасаҡ – геройҙар уҙышында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренән торған 104 команда йыйыласаҡ”.

“Геройҙар уҙышы” проекты етәксеһе Эдуард Шәфиев тә сығыш яһап, ошо парк, йәмғиәттә илһөйәрлеккә иғтибар һәм башҡалар тураһында һөйләне. Ул 24 сентябрҙә “Патриот” паркында федераль кимәлдәге “Геройҙар уҙышы”ның үткреләсәге хаҡында белдерҙе. Сара Рәсәйҙең Оборона министрлығы булышлығында ойоштороласаҡ. “Һеҙ – дүртенсе власть вәкилдәре ваҡиғалар уртаһындаһығыҙ, әммә бөгөн ярыштарҙа ҡатнашыусыларҙың түгел, ә үҙегеҙҙең хис-тойғоларығыҙҙы күрһәтәсәкһегеҙ. Тотош илдәге ошондай ярыштарҙа ҡатнашҡан һигеҙ миллион ҡатнашыусының хис-тойғоһон күрһәтәсәкһегеҙ” – тине Эдуард Шәфиев.

Беҙҙекеләр беренсе килде

Оҙонлоғо 1700 метр булған, 14 кимәлдән торған ҡаршылыҡтарҙы үтергә 20-гә яҡын команда йыйылды. Тәүгеләрҙән булып ярышҡа “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы командаһы капитан, ведомствоның баш мөхәррире Руслан Шәрәфетдинов менән берлектә сыҡты.

Икенсе “Башҡортостан Республикаһы” дәүләт унитар предприятиеһы – “Башҡортостан” республика ижтимағи-сәйәси гәзите командаһы ине. Билдәле булыуынса, быйыл баҫма 105 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

“Башҡортостан Республикаһы” дәүләт унитар предприятиеһының Наил Әширов етәкселегендәге икенсе командаһы өсөнсө булып старт һыҙығына баҫты. Артабан ярыштарға Өфө ҡалаһы командаһы (команда капитаны – Гүзәл Матвеева) ҡушылды.

Сарала ҡунаҡтар – блогерҙар ҙа ҡатнашты. Уларҙың командаһы капитаны Илнур Мифтахов булды. Артабан стартҡа Башҡортостан Хөкүмәте командаһы (капитаны – Рәмил Таһиров) ҡушылды. Унан “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы командаһы (капитаны – Филүс Ҡунафин), “Башҡортостан” телерадиокомпанияһының Радио командаһы (капитаны – Айҙар Ноғоманов), Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы (капитаны – Максим Ульчев), РБК-Өфө, Республикаға идара итеү үҙәге, Матбуғат хеҙмәттәре командаһы (капитаны – Алик Шәрәфетдинов), “Аргументы и факты” федераль гәзите командаһы (капитаны – коллектив етәксеһе Наталья Кузнецова), UTV мәғлүмәт-мауыҡтырғыс канал командаһы, тағы Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте (капитаны – Азамат Ҡоҙаҡаев), “Башҡортостан Республикаһы” нәшриәт йортонан тағы өс команда ҡатнашты.

Ярыштар оҙонлоғо яҡынса бер сәғәт тирәһе тәшкил итте. Был ваҡыт эсендә сарала ҡатнашыусылар канаттарҙан торған стеналар, ҡоймалар, сеткалар, шиналарҙан һәм мискәләрҙән торған урындар, гисмнастик брустар, телалл торбалар аша үтергә, тәрән һыуға һикерергә тура килде.

“Миңә әрме хеҙмәтендәге тәжрибә ярҙам итте, шуға трассаның барлыҡ ауырлыҡтарын артыҡ көсөргәнешһеҙ үттем. Команда ла үҙен лайыҡлы күрһәтте, бер-беребеҙгә теге йәки этапта ярҙам иттек, – тип белдерҙе хеҙмәттәшебеҙ, “Башҡортостан” гәзите журналисы Илдар Аҡьюлов. – Шәхсән үҙемә һыуҙағы ярыштар еңел бирелмәне,сөнки тыуған яғымда һыу ятҡылыҡтары юҡ. Әммә барыһын да үтә алдыҡ. Бындай ряштар кәрәк, үҙебеҙҙең дә көслө икәнлегебеҙҙе аңланыҡ”.

“Медиа геройҙар уҙышы”нда еңелеүселәр булманы: үҙен еңеп, төрлө ҡаршылыҡтарҙан ҡурҡмай, стартҡа сыҡҡан һәр кем еңеүсе булды.  Сараның төп маҡсаты ла спортты, сәләмәт тормош алып барыуҙы ла пропагандалау ине.

 

Айрат Нурмөхәмәтов фотолары.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в