Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Игорь Комаров та биш километр арауыҡты йөҙҙө

Кисә, 24 июлдә, “X-Waters Volga 2022” халыҡ-ара йөҙөү серияһында Волга аша бер, өс һәм биш километрға йөҙөү ойошторолдо.

Игорь Комаров та биш километр арауыҡты йөҙҙө
Игорь Комаров та биш километр арауыҡты йөҙҙө

24 июлдә “X-Waters Volga 2022” халыҡ-ара йөҙөү серияһында Волга аша бер, өс һәм биш километрға йөҙөү ойошторолдо. Быйыл унда Рәсәй һәм сит ил спортсылары ҡатнашты. Рәсәйҙең 150 ҡалаһынан һәм башҡа дәүләттәрҙән – барлығы 1500 кеше. Биш километр арауыҡты Рәсәй Федерацияһының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров та 1 сәғәт 35 минут 01 секунд ваҡытта үтте.

“Хис-тойғолар аңлатып бөткөһөҙ һәм һәйбәт, бигерәк тә аҙаҡҡа тиклем йөҙә алыуыма шатмын. Арауыҡ ябай түгел, әлбиттә, һыу ҙа температураһы буйынса төрлө, ағым да үҙгәреүсән. Шулай итеп, ябай ғына булманы. Өҫтәүенә, X-WATERS-та беренсе тапҡыр ҡатнаштым. Был сарала, һыуҙа йөҙөү буйынса иң популяр ярыштарҙа меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы хисләндерҙе. Был йөҙөү оҙаҡҡа хәтерҙә ҡаласаҡ”, - тип үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты Тулы хоҡуҡлы вәкил.

Игорь Комаров сараның үҙенсәлеклеген дә белдерҙе. “Үткәреү урыны үҙе лә - донъялағы иң ҙур йылғаларҙың береһе, йөҙөүҙәрҙе ойоштороу кимәле лә - үҙеңде тикшереү өсөн ҙур мөмкинлек. Барыһын да ярыштарҙа ҡатнашырға саҡырам, киләһе йылда ла X-WATERS-тан ситтә ҡалмаҫмын тип уйлайым”. Уның фекеренсә, бындай йөҙөүҙә уңышлы сығыш яһау өсөн күнекмәләр үткәрергә, үҙеңә ышанырға һәм маҡсатыңа ҡарай барырға кәрәк.

Игорь Комаров шулай уҡ үҙенең спортҡа һәм әүҙем тормош алып барыуға ҡарашы хаҡында һөйләне. “Йөҙөү һәм саңғы – яҡшы формала булыу өсөн ҡулай ике спорт төрө. Спорт тағы ҙур йөкләмәләрҙе һәм арауыҡты күтәреү өсөн түҙемлеккә өйрәтә, ул шулай уҡ маҡсатыңа өлгәшергә булышлыҡ итә”.

X-WATERS асыҡ һыуҙағы халыҡ-ара йөҙөүҙәр серияһы идея биреүсеһе һәм етәксеһе Александр Базановтың белдереүенсә, ҡатнашыусыларҙың күбеһе – профессиональ булмаған спортсылар. Улар өлкән йәштә күнекмәләр үткәрә башлағас та үҙҙәренең йәшәү тормошон үҙгәртә, балаларға, дуҫтарға йәшәү миҫалын күрһәтә, ҙур спорт ағымына ҡушыла. “Бынан тыш, Түбәнге Новгород тураһында күп ыңғай фекерҙәр, шул иҫәптән беренсе тапҡыр бында килгәндәрҙән дә  булды. Ҡатнашыусыларҙың 80 проценты – башҡа ҡалаларҙан, туристар”.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: X-WATERS Рәсәйҙә, Түбәнге Новгородта барлыҡҡа килгәйне. Йыл һайын Рәсәйҙең иң матур һәм сихри мөйөштәрендә 25 йөҙөү старт ала. Был юлы Волга аша йөҙөү алтынсы тапҡыр үткәрелә. Ошо ваҡыт эсендә WATERS Volgaла 5 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Фото: pfo.gov.ru

 

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в