Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

15 команда финалға сыҡҡан

Өфөлә Рәсәй уҡыусыларының бишалыш буйынса спартакиадаһы башланды. Ярыштар Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә бара.

15 команда финалға сыҡҡан
15 команда финалға сыҡҡан

Өфөлә Рәсәй уҡыусыларының бишалыш буйынса спартакиадаһы башланды. Ярыштар Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге үҙәгендә бара.

Спартакиада финалына илдең төрлө төбәгенән 15 йыйылма команда сыҡҡан. Башҡортостан командаһы тулы составта сығыш яһай. Республика исеменән Егор Зорькин (Өфө), Радмир Ғабдрахманов (Нефтекама), Тимур Ситдиҡов (Өфө), Полина Зубарева (Өфө), Карина Недбальская (Өфө) һәм Резеда Кафиева (Нефтекама) үҙ көсөн һынай.

Спортсыларға фехтование, йөҙөү, йүгереүҙә һәм атыуҙа беренселек өсөн алышырға туа киләсәк. Бөгөн ҡыҙҙар стартҡа сыҡһа, иртәгә егеттәр араһында ярыштар башлана.

Фото: “Башинформ”.

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в