Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

“Һәр кем үҙенең ҡатнашыуы менән ғорурланырға тейеш...”

25 июлдә Түбәнге Новгородта Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров X-WATERS асыҡ һыуҙа йөҙөүҙәрҙең халыҡ-ара серияһы башҡарма директоры Марат Богдалов менән осрашыу үткәрҙе. 

“Һәр кем үҙенең ҡатнашыуы менән ғорурланырға тейеш...”
“Һәр кем үҙенең ҡатнашыуы менән ғорурланырға тейеш...”

25 июлдә Түбәнге Новгородта Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров X-WATERS асыҡ һыуҙа йөҙөүҙәрҙең халыҡ-ара серияһы башҡарма директоры Марат Богдалов менән осрашыу үткәрҙе. Сара барышында һүҙ Волга буйы федераль округында проект үҫеше тураһында барҙы.

Әйткәндәй, Волга буйы федераль округында, X-Waters Volga йөҙөүенән тыш, X-WATERS Samara 181 йөҙөүҙәре лә үткәрелә. Биш көн эсендә 181 километр арауыҡта йөҙөү ойошторола. 30-31 июлдә X-Waters Ufa 2022 сараһы ла була.

 – Волга – беҙҙең төп старт, һәм беҙ уны үҫтерәсәкбеҙ. Маҡсатыбыҙ – сараға биш мең кешене йәлеп итеү. Кешеләрҙең үҙен ҙур спорт сараһында ҡатнашыуын тойоуын теләйбеҙ. Бының өсөн проекттар эшләргә тейешбеҙ, унда кешеләр ҡатнашыуы менән ғорурланырға тейеш,  – тине Марат Богдалов.

Игорь Комаров проекттың мөһимлеген билдәләне һәм уның географияһын киңәйтеүҙә ярҙам итергә әҙер икәнлеге тураһында белдерҙе.

– Артабанғы үҫеш өсөн Волга буйы федераль округы төбәктәренең үҙҙәре үк әүҙем тормош алып барған, спортҡа ҙур иғтибар бүлгән башлыҡтарын йәлеп итергә тейешбеҙ. Төбәктәрҙә мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙең сәләмәт тормош алып барыуға ылығыуы мөһим. Шәхсән үҙемде масштаб һәм ойоштороу кимәле һоҡландырҙы. Ҡатнашыусы булараҡ, ошо проектты башлағандары өсөн рәхмәтлемен һәм, ҡыйынылҡтар булыуға ҡарамаҫтан, уның үҫтереүҙе дауам итәбеҙ, – тине Игорь Комаров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күптән түгел X-Waters Volga – 2022 йөҙөү серияһы сиктәрендә Волга аша бер, өс һәм биш километр арауыҡҡа йөҙөү ойошторолдо. Унда Рәсәй һәм сит ил спортсылары ҡатнашты. Биш километр арауыҡты Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров та үтте. Ул сараның үҙенсәлекле икәнлеге хаҡында белдерҙе.

 – Сараны үткәреү урыны – донъялағы иң ҙур йылғаларҙың береһе. Йөҙөүҙе ойоштороу кимәле – үҙеңде тикшереү өсөн шәп мөмкинлек. Барыһын да ярыштарҙа ҡатнашырға саҡырам һәм киләһе йылда X-WATERS арауығына сығырмын тип уйлайым, – тип белдерҙе Игорь Комаров.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, биш километр арауыҡҡа йөҙөүҙә Һамарҙан Дарья Крысина иң яҡшыһы тип танылғайны.
X-WATERS серияһындағы ярыштар Рәсәйҙә барлыҡҡа килгәйне. Йыл һайын Рәсәйҙең һәм донъяның иң матур йылғаларында 25 йөҙөү ойошторола. X-WATERS Volga йөҙөүендә биш меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан.

Фото: ru24.net

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас в