Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар

Яңы спорт объекты төҙөлә

Кемдәргә тәғәйенләнгән ул?

Яңы спорт объекты төҙөлә
Яңы спорт объекты төҙөлә

 

“Социаль өлкәлә дәүләт (муниципаль) хеҙмәттәре күрһәтеүгә дәүләт (муниципаль) социаль заказы тураһындағы” федераль законды тормошҡа ашырыу буйынса пилот проекттары менән идара итеү моделе” семинар –кәңәшмәһендә ҡатнашыу уңайынан,  Башҡортостанға Рәсәй Федерацияһының спорт министрының беренсе  урынбаҫары Азат Рифғәт улы Ҡадиров килде.

Тәүге нөктә -  ишеү  слаломы өсөн төҙөлөүсе ҡоролма комплексы булды. Эштәр Йылы күленең көньяҡ өлөшөндә алып барыла. Бында төҙөлөш өсөн барлыҡ уңайлы шарттар бар.

 Комплекс эсенә бассейндар, 250 метр оҙонлоғондағы һәм 1,75 метр тәрәнлегендәге ярыш-күнекмә каналы инәсәк. Гидротехник ҡоролма ярҙамында тау йылғаһындағы һымаҡ шаулап тороусы  һыу эффекты ла булдырыла. Ишеү каналы Йылы күлен Өфө йылғаһы менән тоташтыра.

 “Азат Рифғәт улы ҡараған тәүге спорт объекты быйыл төҙөлә башлаған  ишеү слаломы булды. Тәүге этапта, май айында  ямғыр күп яуыуы сәбәпле, төҙөүселәр алдында  ҡатмарлыҡтар тыуҙы. Бөгөнгө көндә графиктан ҡалышыу ваҡыты ныҡлы кәмей”, - тине Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов.

 

 

 

 

Яңы спорт объекты төҙөлә
Яңы спорт объекты төҙөлә
Яңы спорт объекты төҙөлә
Автор:Резеда Шәнгәрәева
Читайте нас в