Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
1 Август , 20:30

"Патриот" паркында йәнә "Геройҙар уҙышы" үтәсәк!

Был юлы ярышҡа Башҡортостан Республикаһының дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре сығасаҡ.

"Патриот" паркында йәнә "Геройҙар уҙышы" үтәсәк!
"Патриот" паркында йәнә "Геройҙар уҙышы" үтәсәк!

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, "Патриот" паркы майҙансығында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре ҡатнашлығында "Геройҙар уҙышы" ярышы үткәрелә. Ҡаршылыҡ һыҙығына Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенән, БР Хөкүмәтенән, төрлө министрлыҡтарҙан һәм муниципалитеттарҙан бөтәһе 103 команда көс һынашырға сыға. Улар үҙ өлгөһө менән республика халҡына физик культура һәм спортты популярлаштырыуҙа ярҙам итәсәк, үҙҙәрен яҡшы физик әҙерлектә булыуҙарын күрһәтәсәк.

Уҙыш Рәсәйҙә тиңе булмаған бик уникаль трассала үтәсәк. Ҡатнашыусылар һыу ҡаршылыҡтары, юғары стеналар, ҡоймалар, ер аҫты тоннелдәре, канаттар, траншеялар, сәнскеле тимер сыбыҡтар аша үтәсәк. Был ҡаршылыҡтар шул рәүешле һайланған: ярышта ҡатнашыусылар төрлө ҡаршылыҡлы "кәртә"ләр аша уҙғанда, уларҙың бөтә "тамырҙары" ла хәрәкәтсәнгә әүереләсәк.

Сара 13 августа Физкультурниктар көнөндә ойошторола.

Шулай уҡ парк майҙансыҡтарында баскетбол буйынса Бөтә Рәсәй төбәк этабының "Һары туп" ("Оранжевый мяч") ярышы була. Унда республиканың барлыҡ муниципалитеттарынан 120 команда ҡатнаша һәм иң көслөләре асыҡланасаҡ.

Спорт байрамы ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары өсөн өҫтәмә өс күңел асыу майҙансыҡтары эшләйәсәк, шулай уҡ балаларға 15 ҡаршылыҡты үҙ эсенә алған айырым "Геройҙар уҙышы" трассаһы ҡаралған.

Ҡыҙыҡлы саранан ситтә ҡалмағыҙ! 

Фото: Башҡортостан Хөкүмәте сайтынан.

Автор:Карима Усманова
Читайте нас в