Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
1 Август , 17:30

Ярыштар дауам итәсәк

"Хеҙмәт резервтары” Бөтә Рәсәй корпоратив уйындарының етенсе этабы уйындары лайыҡлы үтте һәм улар хеҙмәт коллективтары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

Ярыштар дауам итәсәк
Ярыштар дауам итәсәк

Бөгөн кәңәшмәлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикала үткән “Хеҙмәт резервтары” Бөтә Рәсәй корпоратив уйындарының етенсе этабын баһаланы. Уның фекеренсә, уйындар лайыҡлы үтте һәм улар хеҙмәт коллективтары өсөн ҙур әһәмиәткә эйә.

“Мин бөтә спорт йәшлегемдә һәр саҡ хеҙмәт резервтары флагы аҫтында көрәштем”, – тине быға Радий Хәбиров.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда 29-31 июлдә “Хеҙмәт резервтары” Бөтә Рәсәй корпоратив уйындарының етенсе этабы уҙҙы. Бөтә Рәсәй физкультура-спорт йәмғиәте ярыштарында хеҙмәт коллективтары ҡаланың дүрт спорт майҙансығында – Рима Баталова исемендәге БР Спорт әҙерлеге үҙәгендә, “Динамо” спорт комплексында, “Нефтсе” стадионында һәм “Рубикон” пейнтбол клубында ярышты.

Корпоратив уйындарҙа ҡатнашыусылар арҡан тартыуҙа, армрестлингта, гер спортында, йөҙөүҙә, еңел атлетикала, кроссфитта, өҫтәл теннисында, дартста һәм атыуҙа, шахматта, шашкала һәм нардта, футболда, баскетболда һәм волейболда үҙ көсөн һынаны.

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтенең беренсе вице-премьеры Азат Бадрановҡа һәм республиканың спорт министры Рөстәм Хәбибовҡа “Патриот” паркы биләмәһендә дрон-рейсинг буйынса ярыштар өсөн полигон ойошторорға ҡушты. (2022 йылда дрон-рейсинг буйынса Рәсәй Гран-прийы Өфөлә 30 – 31 июлдә үтте). Паркта ошо спорт төрө буйынса ярыштар уҙғарыу өсөн урын әҙер булырға тейеш, тип билдәләне республика етәксеһе.

“Авиация университеты менән һөйләшегеҙ. Унда Рәсәйҙең көслө командаһы йыйылған. Был фән, техника, шулай уҡ –  хәрби эш”, – тине Радий Хәбиров.

Фото: Башинформ. 

Автор:Альфия Мингалиева
Читайте нас в