2 августа Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Мәләүез районына эш сәфәре барышында Воскресенск ауылының “Воскресенк заводы арт-үҙәге” йәмәғәт киңлеген төҙөкләндереү менән танышты.
2020 йылда был проект бәләкәй ҡалаларҙа һәм тарихи биләмәләрҙә уңайлы ҡала мөхитен булдырыу Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулап, 65 миллион һум күләмендә федераль субсидия алғайны.
Уралдағы боронғо баҡыр иретеү заводы бинаһы тирәләй үҙгәреш концепцияһын Башҡортостандың ҡалалар үҫеше институты, Мәскәү урбанистика үҙәге белгестәре, Воскресенск ауыл хакимиәте, ауыл халҡы менән берлектә әҙерләне.
Башҡортостан ҡалалары үҫеше институты директоры Алмаз Фәтҡуллин аңлатыуынса, төҙөкләндереүҙең тәүге этабында майҙансыҡ тигеҙләнгән, йәйәүлеләр өсөн юл һалынған, яҡтыртыу һәм видеокүҙәтеү системаһы көйләнгән, сәхнә комплексы һәм амфитеатр төҙөлгән.
Бынан тыш биләмәлә мәғлүмәт үҙәге һәм ике сауҙа павильоны төҙөлгән, унда тауарҙары менән 12 һөнәрсе урынлаша ала. Перспективала балалар майҙансығын ҡороу һәм биләмәне йәшелләндереү планлаштырылған – ағастар, ҡыуаҡтар, сәскәләр ултыртыу.
Икенсе этапта быуа тирәһендә майҙансыҡты төҙөкләндереү күҙалана. Был биләмәлә кемпинг һәм глэмпинг төҙөү мөмкинлеге ҡарала. Башҡортостан Башлығы эштәрҙе тиҙләтергә һәм завод биләмәһен төҙөкләндереүҙең тәүге этабын быйыл 1 октябргә тамамларға ҡушты.
Радий Хәбиров Воскресенк баҡыр иретеү заводының һаҡланған бинаһын ҡараны, был Көньяҡ Уралдағы беренсе металлургия комплексы. Уны 1745 йылда сауҙагәр Иван Твердышев төҙөгән.
Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.