Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Август , 20:45

Башҡортостан геопарктарының киләсәге ҙур

Республиканың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов Рәсәй туристик форумы барышында республиканың мөмкинлектәрен телгә алды

Башҡортостан геопарктарының киләсәге ҙур
Башҡортостан геопарктарының киләсәге ҙур

 

4 августа Мәскәүҙә үткән "Сәйәхәт ит!" Рәсәй туристик форумының эшлекле программаһы сиктәрендә Башҡортостан Республикаһының эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов шәхси инвестиция капиталы менән төбәк власының туризмды үҫтереү өлкәһендә үҙ-ара хеҙмәттәшлегенә арналған питч-сессияла ҡатнашты.

Рөстәм Афзалов профессиональ дискуссияла ҡатнашыусыларҙы республиканың ҙур туристик объекттарына - "Янғантау" һәм "Торатау" геопарктарына шәхси капитал йәлеп итеү маҡсатында Башҡортостан власы һәм бизнесының үҙ-ара эш итеү тәжрибәһе менән таныштырҙы. Төбәк власы алдында торған төп бурыстар - геопарктарға туристар ағымын арттырыуға булышлыҡ итеү, ул биләмәләрҙә  инфраструктураны һәм сервисты үҫтереү, инвесторҙар эҙләү һәм уларға ярҙам итеү.

Башҡортостанда геопарктар булдырыу һәм уларҙың сиктәрен раҫлау тәртибен көйләүсе, уларҙы үҫтереү буйынса эшмәкәрлектең төп бурыстарын һәм йүнәлештәрен билдәләүсе, шулай уҡ дәүләт ярҙамын тормошҡа ашырыуҙы һәм уларға идара итеүҙе күҙ уңында тотҡан норматив база бар.

Геопарктарҙа идара итеү ойошмалары, биләмәләрҙе үҫтереүҙең якорь нөктәләрендә визит-үҙәктәр асылған, инвесторҙар өсөн проект ҡарарҙары әҙерләнгән. Әле тормошҡа ашырылған проекттар араһында  глэмпинг-парк, эко-комплекс, геопарк буйынса турҙар комплексы, эко-отелдәр селтәре, модулле ҡунаҡхана бар. Торатау түбәһенә хәүефһеҙ экоһуҡмаҡ һалына. Перспективалы проекттар иҫәбендә - этнотуристик һәм геологик комплекстар, этноглэмпинг, тарихи-мемориаль парк һәм башҡалар.

- Беҙҙең геопарк биләмәләре уникаль һәм уларҙы үҫтергәндә тәү сиратта тәбиғәт, тарихи, этномәҙәни мираҫыбыҙҙы һаҡлап ҡалыу мөһим. "Янғантау"ҙа һәм "Торатау"ҙа инвесторҙарға ярҙам итәбеҙ, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Афзалов.

Башҡортостандың туристик тармағында эшләгән эшҡыуарҙар өсөн ярҙам саралары иҫәбендә - өҫтөнлөклө проекттар өсөн инвестициялар сиген 100-ҙән 10 миллион һумға тиклем кәметеү, глэмпингтар һәм башҡа туристик урындарҙы үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән ер участкалары исемлеген һәм етештереүселәр реестрын булдырыу.

Башҡортостандың туриндустрияла уңышлы ҡулланылған бизнес тәжрибәләре араһында - төбәк "Инвестиция сәғәт"тәрен үткәреү һәм яйға һалынған бизнес-шерифтар институты.

Рөстәм Афзалов, Башҡортостанда турбизнес өсөн уңайлы эшлекле мөхит формалаша, инвесторҙар, власть яғынан урынлы һәм ваҡытлы ярҙам алып,  проекттарын артыҡ административ процедураларһыҙ тормошҡа ашыра ала, тип билдәләне.

Фото рәсми сығанаҡтан.

Автор:Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас в