Күптән түгел Өфөлә үткән “Социаль өлкәлә дәүләт хеҙмәттәрен күрһәтеүгә дәүләт (муниципаль) заказы тураһында” Федераль законды тормошҡа ашырыу буйынса пилот проекттарына идара итеү моделе” Бөтә Рәсәй семинар-кәңәшмәһендә Рәсәйҙең спорт министрының беренсе урынбаҫары Азат Ҡадиров та ҡатнашты.
Ул шулай уҡ республикала төҙөлгән ишкәкле слалом өсөн ҡоролмалар комплексын ҡараны. Унда старт һәм финиш бассейндары, оҙонлоғо 250 метр, тәрәнлеге 1,75 метр булған ярыштар һәм күнекмәләр каналы барлыҡҡа киләсәк. Бынан тыш, гидротехник ҡоролмалар ярҙамында “тау йылғаһы” булдырыласаҡ.
Азат Ҡадиров төҙөлгән Көрәш һарайында, Рима Баталова исемендәге Спорт әҙерлеге, республиканың Светлана Хоркина исемендәге Гимнастика үҙәктәрендә лә булды.
Алһыу НИЗАМОВА