Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Август , 12:14

Хоккейға тоғролоҡ өсөн...

sport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

“Салауат Юлаев” хоккей клубы ветераны Сергей Девятериков  вафат булғандан һуң Рәсәй Хоккей федерацияһының “Хоккейға тоғролоҡ өсөн” маҡтаулы билдәһе менән наградланды.

Билдәле хоккейсы, һаҡсы, СССР-ҙың спорт мастеры Сергей Девятериков 1956 йылдың 21 февралендә Өфөлә тыуған. “Салауат Юлаев” спорт балалар һәм үҫмерҙәр тәр­биәләнеүсеһенең  тренеры Марат Азаматов була.

Сергей Девятериков – 1973 йылда үҫмерҙәр араһында ойошторолған СССР беренселеге еңеүсеһе, 1975 йылда ошондай уҡ ярыштарҙа көмөш миҙал яулай. 1975 йылдан ул “Салауат Юлаев” коман­даһының төп составында уйнай башлаған. Өфө ко­мандаһы өсөн беренсе лиганың 283 матчында 44 шайба индергән, тағы ул тапшырған 37 шайба һө­ҙөмтәле булған. Бынан тыш, билдәле хоккейсы, юғары лиганың 182 матчында ҡатнашып, тағы 22 шайба индергән.

Сергей Девятериков СССР-ҙың йыйылма командаһында ла уйнаған: 1981 йылда СССР-2 командаһы менән бергә “Ленинградская правда” гәзите призына турнирҙа еңеүсе тип танылған. 1982 йылдың 15 февралендә Чехословакияның йыйылма командаһына ҡаршы матчта ҡатнашҡан һәм илебеҙ командаһы өсөн бер шайба индергән.

Әйткәндәй, күптән түгел “Салауат Юлаев” яңы уйын миҙгеле алдынан беренсе матчын үткәрҙе. “Өфө-Арена” спорт комплексында юлаевсылар Түбәнге Каманың “Нефтехимик” командаһы менән осрашты. Уйын ҡунаҡтар файҙаһына 3:4 иҫәбе менән тамамланды. Игорь Мясищев, Даниил Скориков һәм Артем Пименов ҡаршы команда ҡапҡаһына голдар сәпәне.

Алһыу НИЗАМОВА

Читайте нас в