Башҡортостан
+28 °С
Болотло
VKOKРУС
Бөтә яңылыҡтар
Спорт һәм туризм
5 Август , 12:12

Иң көслө команда асыҡланды

sport.bashkortostan.ru
Фото:sport.bashkortostan.ru

Былтыр йыл аҙағында Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт үҫеше мәсьәләләре буйынса совет кәңәшмәһе үткәрелгәйне. Сара һөҙөмтәләре буйынса республикабыҙ Башлығы Радий Хәбиров тарафынан Башҡортостанда волейболды үҫтереү һәм популярлаштырыу тип исемләнгән тармаҡ йылы тураһындағы тәҡдим хуп­лау тапты.

Шулай итеп, 2022 йылда халыҡты волейбол менән шөғөлләнеүгә йәлеп итеү, был спорт төрө үҫеше географияһын киңәйтеү буйынса саралар тормошҡа ашырыла. Күптән түгел, тармаҡтағы йыл сараларына ярашлы һәм Рәсәй волейболына 99 йыл тулыу айҡанлы, Стәрлетамаҡта “Кубок-99” тип исемләнгән волейбол турниры үткәрелде. Дүрт һөйәрмән команда – “Тайфун”, “Николаевич һәм К”, “Дрим – Тим” һәм “Каламбур” – иң көслө исеме өсөн алышты. Һөҙөмтәлә “Дрим – Тим” кубок яуланы, ә Александр Милютин иң шәп уйынсы тип танылды.

Алһыу НИЗАМОВА

Читайте нас в