

30 июлдә үткәрелергә тейешле “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирын 14 авгусҡа күсерҙеләр, тип хәбәр итте республиканың Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Ә бына ярыштарҙың финалы, быға тиклем иғлан ителгәнсә, 10 сентябрҙә үткәрелер тип көтөлә. Әйткәндәй, быйыл ярыштарҙа башҡорт тоҡомло 200 ат ҡатнашты һәм уларҙың 68-е сирек финалға сыҡты.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: сараға инеү ирекле. Быйыл “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирының приз фонды 10 миллион һум тәшкил итә.
“Терра Башҡортостан”да жокей булараҡ спорт категорияһына эйә профессионалдар түгел, ә һыбай сабырға яратҡан 14 йәштән өлкән һәүәҫкәрҙәр сығыш яһай. Райондарҙа уҙған һайлап алыу бәйгеләрендә башҡорт тоҡомло һәм урындағы тоҡомһоҙ аттар ғына ҡатнаша ала. Турнирҙың бурысы – йәштәрҙе йылҡысылыҡҡа, ат спортына йәлеп итеү, райондарҙа малсылыҡтың ошо тармағын тергеҙеү, һәүәҫкәрлектән профессиональ категорияға күсеү системаһын булдырыу.
“Терра Башҡортостан” ат спорты турниры 2019 йылдан үткәрелә.
Алһыу НИЗАМОВА