Башҡортостанға эш сәфәре менән Рәсәй ГТФ (Global Taekwondo Federation, GTF) Тхэквондо федерацияһы президенты Дамир Хәлилов килде.
Нефтекамаға эш сәфәрендә Дамир Хәлилов республиканың ГТФ Тхэквондо спорт федерацияһының ошо ҡалалағы тренерҙары алып барған күнекмә залдарын, объекттарҙы ҡараны, спортсылар менән осрашты, спорт гражданлыҡ-илһөйәрлек тәрбиә дәресе үткәрҙе. “Башҡортостан спортсылары тхэквондо буйынса Рәсәй йыйылма командаһының рәсми составында халыҡ-ара ярыштарҙа лайыҡлы сығыш яһай”, – тип белдерҙе ул.
Әйткәндәй, быйыл көҙ Ҡазанда ГТФ тхэквондоһы буйынса донъя кубогына ярыштар үткәрелә.
Алһыу НИЗАМОВА