+24 °С
Дождь


Башҡортостандан боксер Тимур Шәйбәков VII “Азия балалары” халыҡ-ара спорт ярыштарында икенсе урын яуланы.
Башҡортостандың Николай Валуев исемендәге Олимпия резервы мәктәбе тәрбиәләнеүсеһе Тимур сараның ярымфиналында Приморье спортсыһын еңеңгә өлгәшкән. Ә бына Үзбәкстан спортсыһы Сабиржон Тастанов менән алтын миҙал өсөн ярыштарҙа уңыш яҡташыбыҙҙың дәғүәләшсеһенә йылмайған. Егетте көмөш миҙал яулауы менән ҡотлайбыҙ, тағы уңыштар теләйбеҙ.
Фото: sport.bashkortostan.ru