

Ошо шәмбелә, 13 августа, Шишмә районының “Патриот” паркында дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр араһында “Геройҙар уҙышы” үтә. Был хаҡта республиканың спорт министры Руслан Хәбибов Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған республика Хөкүмәтендәге оператив кәңәшмәлә хәбәр итте.
– Физкультурниктар көнөндә 107 дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәр командаһы “Патриот” паркы трассаларында ярышасаҡ. Бынан тыш, ошонда уҡ балалар командалары араһында урам баскетболы буйынса “Ҡыҙғылт һары туп” ярышының төбәк этабы үтәсәк. Унда ҡатнашыусыларға бүләккә 3 500 баскетбол туптары тапшырыласаҡ, – тине Руслан Хәбибов. – Спорт байрамы ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары өсөн өҫтәмә өс күңел асыу майҙансығы – “Форд Боярд” квесты, командаларҙың лазертаг хәрби-тактик уйынын, уҡ атыу һәм страйкбол тирын ойошторабыҙ. Беҙгә абруйлы ҡунаҡтар – Рәсәй йыйылма командаларының спорт әҙерлеге үҙәге директоры Георгий Брюсов, 1992 йылда баскетбол буйынса олимпия чемпионы Светлана Антипова һәм 1972 йылда олимпия чемпионы, 1976 йылда Олимпия уйындарының бронза призёры, баскетболсы Иван Едешко килә.
Башҡортостан Башлығы республиканың власть органдары етәкселәренә “Геройҙар ярышы”нда әүҙем ҡатнашырға ҡушты.
– Был барыбыҙ өсөн дә яҡшы спорт үҫеше нөктәһе. Беҙгә совет һәм Рәсәй спорты легендаларының килеүе бик шәп, – тине Радий Хәбиров.
Фото: "Бәйләнештә".