Спорт һәм туризм
9 Август 2022, 06:00

Баймаҡтар Эльбрусты яуланы!

Баймаҡ районының Бикеш ауылы уҡытыусыһы Мөбәрәк Зәйнуллин Эльбрус тауына үрләгән

Баймаҡтар Эльбрусты яуланы!Баймаҡтар Эльбрусты яуланы!
Баймаҡтар Эльбрусты яуланы!

Тауҙар тик сыҙамлы һәм көслөләрҙе генә ҡабул итә, уларға юл аса, ти ололар. Ысынлап та шулайҙыр. Ошо көндәрҙә Баймаҡ районының "Хәрби туғанлыҡ" ойошмаһы ағзаһы, Афғанстандағы хәрби хәрәкәттәр ветераны Мөбәрәк Зәйнуллин Эльбрус тауын яуланы!

Ул - Баймаҡ районының Икенсе Этҡол ауылынан, уға 60 йәш, йәмәғәт сараларында әүҙем ҡатнаша. Мөбәрәк Зәйнуллин 16-сы ҡатмарлыҡ категорияһындағы көньяҡ маршруттан X-Guide командаһы экспедицияһы сафында Эльбрустың 5 642 метрлыҡ бейеклегенә күтәрелгән.

Афарин, Баймаҡ ир-азаматы!

Фото: Фәнис Әминевтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән

Баймаҡтар Эльбрусты яуланы!
Баймаҡтар Эльбрусты яуланы!
Автор:Карима Усманова
Читайте нас