Спорт һәм туризм
10 Август 2022, 11:00

Бөгөн хоккей ҡарайбыҙ!

Башҡортостан Республикаһы кубогына матчтар башлана. Был матчтарҙа юлаевсылар көйәрмәндәр күреп ғәҙәтләнмәгән төҫтәге кейемдә уйнаясаҡ

Бөгөн хоккей ҡарайбыҙ!Бөгөн хоккей ҡарайбыҙ!
Бөгөн хоккей ҡарайбыҙ!

“Салауат Юлаев” хоккей клубы үҙ боҙонда Көнбайыш конференцияһының көслө командалары – Ярославлдән “Локомотив”, Череповецтан “Северсталь”, Мәскәүҙән “Динамо” менән уйнай.

Башҡортостан Республикаһы кубогына матчтарҙа Артем Кочешев менән Никита Маврин комментатор булып эшләй. Миҙгел алдындағы турнир башҡорт телендә лә бәйән ителә. Быны “Ҡурай” каналы тәьмин итә. Унда хоккей көйәрмәндәренә Рәмил Урманшин уйындарға комментарий бирә.

Башҡортостан Республикаһы кубогына матчтар 10 – 13 августа була. Бөгөн, 10 августа, тағы иртәгә 18 сәғәт 55 минутта Башҡортостан юлдаш телеканалы һәм “Ҡурай” каналында тура эфирҙы ҡарарға мөмкин. Бынан тыш, 13 августа 16 сәғәт 55 минутта матч уҙғарыла. Башҡортостан юлдаш телеканалында башҡортса ҡабатлау иһә 23 сәғәттә була.

Был матчтарҙа юлаевсылар көйәрмәндәр күреп ғәҙәтләнмәгән төҫтәге кейемдә уйнай. Шулай итеп, 1975 йылдағы формала боҙға сыҡмаҡсы хоккейсыларыбыҙ. 

Фото: m.sportsdaily.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас