Спорт һәм туризм
10 Август 2022, 04:00

Беренсе генә түгел, һигеҙенсе өсөн дә түләнә

Спортсыларға донъя һәм Европа чемпионаттарында, башҡа кимәлдәге спорт сараларында ҡатнашҡан өсөн аҡсалата түләүҙәр суммаһы артҡан

Беренсе генә түгел, һигеҙенсе өсөн дә түләнәБеренсе генә түгел, һигеҙенсе өсөн дә түләнә
Беренсе генә түгел, һигеҙенсе өсөн дә түләнә

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спортсыларҙы, тренерҙарҙы Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия һәм йәш үҫмерҙәр Олимпия, Европа уйындарында, чемпионаттарҙа, кубокка ярыштарҙа, донъя, Европа беренселектәрендә, Бөтә донъя универсиадаһында һәм Рәсәй чемпионаттарында призлы урындар яулаған өсөн матди йәһәттән дәртләндереү тураһындағы Указға үҙгәрештәр индерҙе. Был спортсыларҙы, тренерҙарҙы төрлө кимәлдәге ярыштарҙа әүҙем ҡатнашыуға саҡырыу маҡсатында эшләнгән.

Ошо хаҡтағы документ Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында баҫылған. Указдың яңы редакцияһында беренсе, икенсе һәм өсөнсө урындарҙы яулаған спортсылар ғына түгел, дүртенсенән һигеҙенсе урынға тиклем яулаусылар ҙа билдәләнәсәк.

Үҙгәрештәргә ярашлы, Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия уйындарында беренсе урын яулағандарға – 2 миллион һум, икенсе урын өсөн – 1,5 миллион һум, өсөнсө урынға лайыҡ булғандарға 1 миллион һум тапшырыу ҡаралған. Дүртенсенән һигеҙенсе урындарға сыҡҡандарға 200-шәр мең биреләсәк. Беренсе редакцияла был хаҡта әйтелмәй.  

Йәш үҫмерҙәр Олимпия уйындарында беренсе һәм икенсе урын яулағандар, элекке менән сағыштырғанда, 50 мең һумға ҡарағанда күберәк аласаҡ һәм сумма 250 мең һум тәшкил итәсәк. Өсөнсө урын быға тиклемге кеүек 150 мең һум буласаҡ. Дүртенсенән һигеҙенсе урындар өсөн 75 мең һум ҡаралған.

Спортсылар Рәсәйҙең Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия йыйылма командаларында ҡатнашҡаны өсөн 200 мең һумдан алып 2 миллион һумға тиклем аҡса аласаҡ.

Бынан тыш, спортсыларға донъя һәм Европа чемпионаттарында, башҡа кимәлдәге спорт сараларында ҡатнашҡан өсөн аҡсалата түләүҙәр суммаһы артҡан.

Фото: sreda24.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас