Спорт һәм туризм
12 Август 2022, 07:45

Аҡса күберәк түләнәсәк

Спорт менән шөғөлләнгән кешеләр һаны артыр тип көтөлә.

sreda24.rusreda24.ru
Фото:sreda24.ru

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров спортсыларҙы, тренерҙарҙы Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия һәм йәш үҫмерҙәр араһында Олимпия, Европа уйындарында, чемпионаттарҙа, кубокка ярыштарҙа, донъя, Европа беренселектәрендә, Бөтә донъя универсиадаһында һәм Рәсәй чемпионаттарында призлы урындар яулаған өсөн матди йәһәттән дәртләндереү тураһындағы Указға үҙгәрештәр индерҙе.

Был сара спортсыларҙы, тренерҙарҙы төрлө кимәлдәге ярыштарҙа әүҙем ҡат­нашырға саҡырыу маҡсатында эшләнгән. Ошо хаҡтағы документ Башҡортостан Республикаһының хоҡуҡи мәғлүмәттәр порталында баҫылған. Указдың яңы редак­цияһында призер спортсылар ғына түгел, дүртенсенән һигеҙенсегә тиклем урын алғандар ҙа билдәләнәсәк.

Үҙгәрештәргә ярашлы, Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия уйындарында беренсе урын яулағандарға – ике миллион һум, икенсе урын өсөн – 1,5 миллион һум, өсөнсө урынға лайыҡ булғандарға бер миллион һум аҡса тапшырыу ҡаралған. Дүртенсенән, һигеҙенсе урындарға сыҡҡандарға 200-шәр мең һум биреләсәк. Беренсе редакцияла был хаҡта әйтелмәй. 

Үҫмерҙәрҙең Олимпия уйындарында беренсе һәм икенсе урынға лайыҡ булғандар, элекке сумма менән сағыштырғанда, 50 мең һумға күберәк аласаҡ – сумма 250 мең һум тәшкил итәсәк. Өсөнсө урын өсөн түләү быға тиклемге кеүек үк 150 мең һум буласаҡ. Дүртенсе – һигеҙенсе урындар өсөн 75 мең һум ҡаралған.

Спортсылар Рәсәйҙең Олимпия, Паралимпия, Сурдлимпия йыйылма командаларында ҡатнашҡаны өсөн 200 мең һумдан алып ике миллион һумға тиклем аҡса алырға хоҡуҡлы.

Бынан тыш, спортсыларға донъя һәм Европа чемпионаттарында, башҡа кимәл­дәге спорт сараларында ҡатнашҡан өсөн аҡсалата түләүҙәр суммаһы артҡан.

 

Алһыу НИЗАМОВА

Читайте нас