Спорт һәм туризм
12 Август 2022, 07:44

Чемпиондар тәрбиәләй

Мәләүез көрәшселәре бил бирмәй .

Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип ата-бабаларыбыҙ дөрөҫ әйткән. Бигерәк тә интернетҡа әүрәгәндә, олоһо-кесеһе планшет, компьютер, смартфон-фәләндән күҙен алмағанда.

Мәләүез районының Ергән спорт мәктәбе филиалы Смаҡ ауылында – Динис Бүләков исемендәге урта мәктәп база­һында булдырылған. Балаларҙа спортҡа һөйөү тәрбиәләү, сә­ләмәт тормошҡа ылыҡтырыу буйынса бында күп эштәр баш­ҡа­рыла. Уҡы­тыусы-тренер Илмир Юлмөхәмәтов: “Балалар спорт мәктәбенә беренсе кластан уҡ бик теләп йөрөй. Спорт кешене йыйнаҡ, тәртипле, көслө рухлы итә. Уҡыуға ла ҡамасауламай, киреһенсә, ярҙамы һиҙе­лерлек. Үҙендә ныҡлы характер булдыра алған бала ваҡыт ҡәҙерен белергә өйрәнә, тырышлыҡ, ныҡыш­малылыҡ менән генә алдынғылар рәтенә сығып булғанын аңлай”. IX кластан һуң да, XI кластан һуң да сығары­лыш уҡыусыларыбыҙҙы техни­кум­­дарҙа, вуздарҙа көтөп кенә торалар, сөнки унда ла егеттәре­беҙ спорт менән шөғөл­ләнеүҙе дауам итә һәм ярыштарҙа беренсе урындарға сыға”, – ти.

Тренерҙың ғорурланып телгә алырлыҡ батырҙары бар. Милли көрәш буйынса Фәнүр Кәшәфет­динов – өс тапҡыр, Марсель Мырҙагилдин ике тапҡыр Рәсәй чемпиондары булған. Марсель шулай уҡ бер тапҡыр донъя беренселегендә лә еңгән. Быйыл март айында Ҡазанда уҙға­рылған Рәсәй беренселе­гендә еңеүсе булған Арслан Әлемғу­жин, илебеҙҙең йыйылма коман­даһына индерелеп, донъя бе­рен­селегендә ярышҡан һәм өсөнсө урын алған. Ислам Кәшә­фет­динов, Рамаҙан Юлмөхә­мәтов, Асҡар Шәйәхмәтов та төрлө йылдарҙа Рәсәй чемпиондары булған. Унан башҡа ла призер­ҙар байтаҡ.

Апрелдә Баймаҡ ҡалаһында үҫмерҙәр араһында көрәш буйынса Асыҡ республика турнирында Баймаҡ районы хакимиә­те башлығы кубогына ярышта Башҡортостан райондары һәм ҡалаларынан 172 спортсы ҡат­нашып, Илмир Юлмөхәмә­тов­тың тәрбиә­ләнеүселәре Рөстәм Әлмөхәмәтов, Илназ Зөбәйеров, Арслан Әлемғужин беренселекте яулаған. Былтыр көҙгөһөн Ҡазанда ойошторолған билбаулы көрәш буйынса Яҡын сит илдәрҙең I Уйындарында, Үзбәк­стан спортсыһы менән көрәшеп,  Марсель Мырҙагил­дин еңеүсе булған.

Район һабантуйында быйыл милли көрәш буйынса ярыш, ғәҙәттәгесә, ҡыҙыҡ үткән. Еңеү­се­ләр күркә менән бүләкләнгән. Ә финалға Илмир Юлмө­хә­мәтов улы Батыр менән сығып, бил бирмәҫ йәш баһадир өлкән кешене йығып һалған. Төп приз – һимеҙ тәкә Батырға эләккән.

Балаларҙа халҡыбыҙҙың яратҡан спорт төрө – милли көрәшкә ҡарата һөйөү уятҡан Илмир Әхтәм улы 25 йыл инде Баш­ҡор­тос­таныбыҙ ғорурлығы булырҙай көслө спортсылар тәрбиәләй. Ергән спорт мәктә­бе­нең данын күтәргән тренер алдағы йыл­дарҙа ла юғарынан-юғары үрҙәр яуларлыҡ башҡорт батырҙарын үҫтерер, тип ышанам.

 

-  Тәнзилә ДӘҮЛӘТБИРҘИНА

Мәләүез районы

Читайте нас