Спорт һәм туризм
13 Август 2022, 10:30

Алыҫтан да килгәндәр

Бөгөн Шишмә районындағы “Патриот” паркында Башҡортостандың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренең “Геройҙар уҙышы” булды.  

Алыҫтан да килгәндәрАлыҫтан да килгәндәр
Алыҫтан да килгәндәр

Ейәнсура һәм Йылайыр райондарынан командалар килгән. Араларҙың алыҫлығы ҡурҡытмай уларҙы. Алған тәьҫораттары менән уртаҡлаштылар.

– Ярышҡа дәррәү килдек. Кәйефебеҙ бик күтәренке. Әҙерләндек. Бындай сараларҙы үткәреү яҡшы. Хеҙмәттәштәр менән осрашабыҙ, үҙебеҙҙе лә күрһәтәбеҙ,  һынап ҡарайбыҙ. Ярыштың һынау этаптары әллә ни ҡыйын түгел, – ти Ейәнсура районы командаһы капитаны Венер Сабитов.

Венер Фәнил улы райондарында спорт менән шөғөлләнеүҙе әүҙемләштереү, халыҡты сәләмәт йәшәү рәүешенә ылыҡтырыу йәһәтенән күп эштәр башҡарылыуын белдерҙе. Хатта яңыраҡ, мәҫәлән, «Ҡош юлы» республика бард фестивалендә үҙҙәренең «Геройҙар уҙышы»н үткәреп ҡарағандар.  

– Бер аҙ ҡурҡыта, шулай ҙа һынатмаҫҡа ине, – ти уның командалашы Рубин Мөхәмәтйәнов.

Йыларҙар ҙа баш ҡалаға килеп, мәртәбәле ярышта ҡатнашыу мөмкинлеге тыуыуға ҡәнәғәт.

– Һуңғы ваҡытта һәр кемдең үҙ эше, мәшәҡәте, ваҡыт тығыҙ, һирәк осрашабыҙ.  Был «Геройҙар уҙышы»ның маҡсаты ҙурҙан. Ул беҙгә, муниципаль хеҙмәткәрҙәргә, күрешеү, тәжрибә уртаҡлашыру мөмкинлеген бирҙе. Ул йышыраҡ уҙғарылһа ла, ҡамасау булмаҫ ине. Беҙҙең районда спорт менән шөғөлләнеү, йәш быуынға патриотик тәрбиә биреү йәһәтенән күп уңайлыҡтар булдырылған. Физкультура-һауыҡтырыу комплексы ла, бассейн да бар! – ти был район командаһы капитаны Александр Коротков.

Сығанаҡ: https://ye102.ru/articles/novosti/2022-08-13/k-resherg-t-zhrib-urta-lashyr-a-m-mkinlek-bir-2908324

 

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас