Спорт һәм туризм
13 Август 2022, 12:15

Бер команда булып эшләү бик мөһим

"Беҙ хеҙмәттәштәребеҙгә хәрәкәт һәм спорттың тормоштоң иң мөһим өлөшө икәнен иҫкә төшөрөргә теләнек, күптәребеҙ ысынлап та кабинеттарҙа оҙаҡ ултыра"...

Бер команда булып эшләү бик мөһимБер команда булып эшләү бик мөһим
Бер команда булып эшләү бик мөһим

 

 Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә бөгөн “Патриот” паркында үткән “Геройҙар уҙышы” хаҡында тәьҫораттары менән уртаҡлашҡан.

“Патриот” хәрби-илһөйәрлек паркының төп идеяһы тап шунда ине лә. Берәүҙәр “Геройҙар уҙышы”нда үҙҙәрен һәм ихтыяр көсөн күрһәтһен, икенселәр балаларҙы техника менән таныштырһын, өсөнсөләр балалар менән ял итһен, концерт тыңлаһын һәм ваҡыттарын  яҡшы үткәрһен  өсөн.

Бөгөн “Геройҙар уҙышы"н беҙҙең чиновниктар үтә –  республиканың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәре трассаны үҙҙәрендә һынай. Беҙ хеҙмәттәштәребеҙгә хәрәкәт һәм спорттың тормоштоң иң мөһим өлөшө икәнен иҫкә төшөрөргә теләнек, күптәребеҙ ысынлап та кабинеттарҙа оҙаҡ ултыра. Ә икенсенән, эш өсөн бик мөһим булған команда рухын нығытыу кәрәк.

Бөтәгеҙҙе лә Физкультурниктар көнө менән ҡотлайым! Бөтәгеҙгә лә сәләмәтлек һәм һәйбәт ялдар!”

Фото:VK.com

Автор:Дина Арсланова
Читайте нас