

Бөтә Рәсәй “Геройҙар уҙышы” акцияһы бөгөн баш ҡала эргәһендә бер нисә мең кешене йыйҙы. Ярыштар Бөтә Рәсәй Физкультурниктар һәм Баскетбол көнөнә арналды. Уҙышта дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең 108 командаһы ҡатнашты.
Алкиндағы “Патриот” паркында республиканың бөтә муниципаль райондары, министрлыҡтар, ведомстволар командалары йыйылды. Спорт байрамы иртәнге күнекмәнән башланды, уны фехтование буйынса Олимпия чемпионы Аделина Заһиҙуллина үткәрҙе. Аҙаҡ ҙур сәхнәлә сараны рәсми асыу тантанаһы уҙҙы. Унда Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Максим Забелин, Паралимпия чемпионы Рима Баталова ҡатнашты. Бөгөнгө уҙыштың Баскетбол көнөнә арналыуы байрамға 109 баскетбол командаһының килеүенә сәбәпсе булды. Уларҙы сәхнәнән данлыҡлы совет баскетболсыһы Иван Едешко сәләмләне.
Максим Забелин үҙенең сығышында Башҡортостандың ысын мәғәнәһендә спорт республикаһына әүерелеүен билдәләне. Өфөлә яңыраҡ гимнастика үҙәге асылды, сиратта тағы бер нисә үҙәктең асылыуы көтөлә. Рима Баталова паркта йыйылған халыҡты Физкультурниктар көнө менән ҡотланы.
Сараны ябыу тантанаһы парашют шоуы, тренер һәм спортсыларҙы дәүләт наградалары менән бүләкләү менән тамамланды.
Фото: ”Башинформ”