Спорт һәм туризм
13 Август 2022, 11:00

Зөһрә Гордиенко ла ярышты

Бөгөн Шишмә районындағы “Патриот” паркында Башҡортостандың дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәрҙәренең “Геройҙар уҙышы”нда Ҡыйғы районы хакимиәте етәксеһе лә булды.  

Зөһрә Гордиенко ла ярыштыЗөһрә Гордиенко ла ярышты
Зөһрә Гордиенко ла ярышты

Элек физкультура менән шөғөлләнгән кеше булараҡ, ул Физкультурниктар көнө менән дә ҡотлап, матур теләктәрен еткерҙе.

– Был донъяла бер тапҡыр ғына йәшәйбеҙ, шуға күрә ғүмерегеҙҙе, һаулығығыҙҙы һаҡлағыҙ,  тыуған илебеҙгә файҙалы булырға тырышығыҙ. Көн һәйбәт, кәйеф тә шәп. Ике көн буйына ныҡлы әҙерләндек, – тине Зөһрә Мәүлитбай ҡыҙы.

Ул Ҡыйғы районын спорт һөйөүсән район тип телгә алды.

– Инфраструктурабыҙ бик үҫешкән. Районда һәйбәт стадион төҙөлгән, төҙөкләндерелгән балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе эшләй. Төньяҡ-көнсығыш райондарҙан беҙҙә генә бассейн бар. ГТО үткәреү өсөн ябыҡ универсаль майҙансығыбыҙ ҙа бар. Спорт буйынса һынатҡаныбыҙ юҡ. ГТО һөҙөмтәләре буйынса етенсе урындабыҙ. Элек 23-24-се урындарҙа килә инек, – тине ул.

Автор:Гульдар Булякбаева-Бирганова
Читайте нас