

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә республикаға килгән мәртәбәле ҡунаҡ тураһында яҙып сыҡты.
“Бөгөн республикала ҡунаҡта – Иван Едешко, данлы спортсы, баскетболсы, олимпия чемпионы. Ул 1972 йылда Мюнхендағы Олимпиада финалында АҠШ-тың йыйылма командаһы менән матч тамамланыуға өс секунд ҡалғас алтын пас биреп, донъя спорты тарихына инде. Ул саҡта беҙҙекеләр еңде, ә был ваҡиға “Юғарыға табан хәрәкәт” (“Движение вверх”) фильмының нигеҙенә ятты.
Малайҙарым үҫеп килә, һәм уларҙың ошондай шәхестәрҙе күреүе минең өсөн мөһим. Бөгөн тренерым Александр Николаевич Григорьев та минең менән. Ул эшмәкәрлек йылдарында тиҫтәләрсә спорт мастеры һәм кандидаты әҙерләгән.
Нимә тураһында һөйләштек? Үткән еңеүҙәр хаҡында ғына түгел, киләһе йыл республикала тренер йылын иғлан итеү тураһында ла, сөнки тап тренерҙар беҙҙән, малайҙарҙан һәм ҡыҙҙарҙан, ысын Рәсәй Федерацияһы граждандарын, арттан килеп һөжүм итмәү, түбәнселеккә бармау, өлкәндәрҙе ихтирам итеү һәм иң мөһиме – Тыуған илде һөйөү кеүек принциптары булған көслө, ныҡлы шәхестәр тәрбиәләй”, – тип яҙған Радий Хәбиров.
Фото: t.me/radiyhabirov/1733?single
Сығанаҡ: t.me/radiyhabirov/1733?single