Спорт һәм туризм
16 Август 2022, 11:34

Бындай ярыштарҙың киләсәге ҙур

“Патриот” паркында сираттағы “Геройҙар уҙышы” үтте.

Динар Кәлимуллин фотолары.Динар Кәлимуллин фотолары.
Фото:Динар Кәлимуллин фотолары.

Шишмә районында Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башлан­ғысы буйынса төҙөлгән “Патриот” паркында үткән сираттағы “Геройҙар уҙышы” Физкультурниктар көнө уңайынан ойошторолдо. Был юлы ярыштарҙа респуб­ликаның дәүләт һәм муниципаль хеҙ­мәткәрҙәренән тупланған 107 команда ҡатнашты: шул иҫәптән – Башҡортостан Башлығы Хакимиәтенән, республика Хөкүмәтенән, министрлыҡтар һәм муниципалитеттарҙан.  

Был юлы бәйге тағы ла киңерәк масштабта ойошторолдо. Беренсе булып Хәй­булла районы хакимиәте командаһы старт алды, Башҡортостан Башлығы Хакимиәте командаһына Хакимиәт етәксе­һе Максим Забелин етәкселек итһә, республика Хөкүмәте спортсыларын трасса буйлап вице-премьер Ирек Сәғитов алып барҙы. Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай ко­мандаһы составында парламенттың вице-спикеры Рөстәм Әхмәҙинуров, депутаттар Рөстәм Ахунов менән Яков Кугубаев йүгерҙе.

  Сарала ҡатнашыусылар ике километр араны һәм ундағы 17 ҡаршылыҡты үтте. Улар араһында канатлы таусыҡтар, ҡоймалар, ҡул йөрөшө урындары, һигеҙ метрлы “эверест”, окоптар һәм башҡалар бар. Ҡаршылыҡтар аша уҙышыу 2019 йылдан алып ойошторола һәм спорттың рәсми төрө булып танылған. Уҙыш маршруты билдәле физик әҙерлек кенә түгел, ә командала эшләү таһыллығын да талап итә: ҡайһы бер урындарҙа иптәшеңдең ярҙамынан тыш ауырға тура киләсәк.

“Патриот” паркы базаһында йәштәрҙе хәрби-патриотик тәрбиәләү буйынса “Авангард” методик үҙәге эшләй. Яҡташыбыҙ, Рәсәйҙең рапирала фехтовальщигы, олимпия чемпионы, ике тапҡыр донъя һәм Европа чемпионы, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Аделина Заһиҙуллина “Геройҙар уҙышы” өсөн тән яҙыу күнекмәһе үткәрҙе. Күнекмә алдынан ул барыһын да Физкультурниктар көнө менән ҡотланы.

Был бәйгелә шулай уҡ балалар уҙышы ла ойошторолғайны. Беренсе­ләрҙән булып финишҡа килгәндәр араһында Өфөнөң 46-сы мәктәбенең икенсе класс уҡыусыһы Арсений Диков та бар. “Мин волейбол спорты менән шөғөлләнәм, – ти ул. – Уҙышта ҡатна­шырға әсәйем тәҡдим иткәй­не, ҙур теләк менән риза булдым. Еңел булманы, шулай ҙа бөтә ҡаршылыҡ­тарҙы уңышлы үттем. Торбалар аҫтынан үтеп, стена аша төштөк, винтовканан сәпкә атҡанда ике тапҡыр тейҙерҙем! 15 ҡаршылыҡ аша үттем, уҙыш бик оҡшаны”.

– Беҙҙең команда “Геройҙар уҙышы”н ойошҡан рәүештә һәм уңышлы үтте, – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Башҡор­тостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. – Трасса бик ҡатмарлы, мин үҙем элек ҡаршылыҡтар аша үтергә тура килгән спорт ярыштарында күп ҡатнаштым, әммә күрәм – бында һәйбәт физик әҙерлек кәрәк. Фиништан һуң хеҙмәттәш­тәрем менән һөйләштек һәм киләһе ярыштарҙа нимәгә баҫым яһарға кәрәк­леген аныҡланыҡ. Бындай бәйгеләр­ҙең киләсәге ҙур.

24 сентябрҙә “Патриот” хәрби-патриотик мәҙәниәт һәм ял паркында ҡар­шылыҡтар аша уҙышыу буйынса Бөтә Рәсәй чемпионаты уҙғарыласаҡ. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала һәм бының өсөн www.gonkaufa.ru сайтында теркә­лергә генә кәрәк. Трассаның оҙонлоғо ололар өсөн – ун, балалар өсөн ике километр тәшкил итәсәк.

 

Айрат РӘХМӘТУЛЛИН,

Башҡортостандың

һаулыҡ һаҡлау министры:

 

– Кабинеттан ситтә уҙға­рылған бындай саралар коллек­тивҡа тупланырға, бер-береңде яҡшыраҡ белергә ярҙам итә. Командала ҡатнашыусылар һайлағанда бер кемде лә өгөт­ләргә тура килмәне. Төп үлсәм­дәр – спорт бэкграунды һәм теләк. Ә беҙҙә бындай хеҙмәт­кәрҙәр күп. Һөҙөмтәлә барыһы ла һәйбәт килеп сыҡты.  Һау­лыҡ һаҡлау министрлығы ко­ман­даһы юғары кимәлдә сығыш яһаны, һәр кем үҙен күрһәтә алды. Физкультура һәм спортты пропагандалаған өсөн республика етәкселегенә рәхмәт.

Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас