Спорт һәм туризм
19 Август 2022, 16:35

Башҡортостанда спорт көрәше үҙәге төҙөлә

Уны республикабыҙҙың 450 йыллыҡ юбилейына тамамлау күҙаллана.

Башҡортостанда спорт көрәше үҙәге төҙөләБашҡортостанда спорт көрәше үҙәге төҙөлә
Башҡортостанда спорт көрәше үҙәге төҙөлә

Ағалы-ҡустылы Вәлитовтар - грек-рим көрәше буйынса чемпиондар. Фәнис социаль селтәрҙәге сәхифәһендә Башҡортостан Республикаһында Күп функциялы спорт көрәше үҙәген төҙөү барышы хаҡында яҙҙы. Вәлитовтар - проекттың амбассадоры.

"Бала саҡта, политехник лицейҙа көрәш менән шөғөлләнә башлағанда, бәләкәй залда шөғөлләнеү өсөн көрәш келәме һәм бер-ике гер генә булды, - тип яҙа көрәшсе, - беҙҙең республикала берәй заман Күп функциялы спорт көрәше үҙәге төҙөлөр тип башыма ла индермәнем. Уны республикабыҙҙың 450 йыллығына тамамлау күҙаллана. Бында спорт юлын башлағандарға бер аҙ көнләшәм дә хатта! Барыһына ла оло эш өсөн ҙур рәхмәт! Алға!"

Фото һәм сығанаҡ тексы: Фәнис Вәлитовтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.

Башҡортостанда спорт көрәше үҙәге төҙөлә
Башҡортостанда спорт көрәше үҙәге төҙөлә
Автор:Карима Усманова
Читайте нас