

Был турнирҙа шахмат буйынса донъя вице-чемпионы Анатолий Карпов та булған.
Өфөнән алты йәшлек Реана Кинйәбулатова Екатеринбургта Анатолий Карпов кубогына ярыштарҙа ике миҙал яуланы. “Толпар” спорт клубы тәрбиәләнеүсеһе төп турнирҙа көмөш миҙалға лайыҡ булһа, тиҙ шахмат буйынса еңеүсе тип танылды.
Башҡортостандың Спорт министрлығы хәбәр итеүенсә, Реана классик турнирҙа ҡатнашҡан туғыҙ йәшкә тиклемге 10 ҡыҙ араһында иң бәләкәсе булған, әммә оҫталыҡ буйынса уға тиңдәр табылмаған.
Реана менән был турнирҙа “Толпар”ҙың тағы бер тәрбиәләнеүсеһе Мария Ярмак та ҡатнашты. Уның менән бергә тағы туғандары Анна менән Иван да үҙ көсөн һынап ҡараны.
Айһылыу НИЗАМОВА.