Спорт һәм туризм
19 Август 2022, 11:36

Етәксе лә, спортсы ла

Бөгөн дә ул футбол менән дуҫ.

Автор фотоһы.Автор фотоһы.
Фото:Автор фотоһы.

Ҡырмыҫҡалы районында спорт менән шөғөлләнеү, сәләмәт йәшәү рәүешен әүҙемләштереү өсөн барлыҡ уңайлыҡтар булдырылған. Район үҙәгендә спорт мәктәбе, физкультура-һауыҡтырыу һәм спорт-һауыҡтырыу комплекстары эшләп килә. Бында, балалар һәм үҫмерҙәр менән бер рәттән, ололар ҙа төрлө спорт уйындарына йәлеп ителә. Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлегенә Руслан Хәйертдинов етәкселек итә.

Бала саҡ хыялы тормошҡа ашҡан

 

Татарстандың Әлмәт ҡала­һында тыуып, үҫмер сағын Нефтекама ҡалаһында үткәргән Руслан Илдус улы бала саҡтан физкультура һәм спорт менән дуҫ була. Ул мәктәпте тамам­лағас, нефть колледжына уҡырға инә, әммә спортҡа булған һөйөү үҙенекен итә. Егет был уҡыу йортонда бер йыл белем алғас, Ижевск ҡалаһындағы Удмурт дәүләт университетының физик культура буйынса педагогика факультетына уҡырға инә. Белем алған саҡта ҡаланың футбол командаһында уйнарға ла өлгөрә егет. Хатта уҡыуынан академик отпуск алып, бер йыл буйы футбол командаһында шөғөлләнә, Пермь крайындағы Чайковский ҡалаһының “Энергия” командаһы составында Рәсәй беренсе­легенең икенсе лигаһында уйнай. Уҡыуын тамамлап, ҡулына диплом алғас, Нефтекама ҡала­һында тренер булып эш башлай. Шул уҡ йылдарҙа бик шәп футболсы булараҡ белгән таныштары уны Ҡырмыҫҡалы коман­даһына саҡыра. Шулай итеп, ул бер нисә йыл рәттән район ко­ман­даһы өсөн уйнай. 2008 йылда район үҙәгендә спорт мәктәбе төҙөлгәс, йәш белгес бында тренер булараҡ эш башлай.

– Ошо көндән тормошомдоң өр-яңы бите асылды һәм тренер-уҡытыусы булараҡ, барлыҡ көсөмдө тулыһынса физкультура һәм спорт өлкәһенә, футболға арнаным. Миңә районда ныҡ ярҙам иттеләр, балаларҙы спортҡа йәлеп итеү өсөн барлыҡ шарттар тыуҙырҙылар. Иң тәүге командам 1993-1994 йылда тыуған үҫмерҙәр булды. Улар менән әүҙем шөғөлләнә башла­ныҡ һәм мини-футбол буйынса республика берен­селегенә сы­ғыр­ға баҙнат иттек, – тип хәтерләй хәҙер Руслан Хәйерт­динов. – Шул уҡ ваҡытта При­бель­ский ауылында тренер Нәзим Байғусҡаров та футбол буйынса түңәрәк алып барҙы. Уның һәйбәт уйынсыларын да бергә төрлө ярыштарға алып барҙыҡ. Һуңғараҡ 1995-1996 йылғы егеттәрҙән шәп команда барлыҡҡа килде, улар менән төрлө ярыштарҙа еңеүҙәр яулай башланыҡ. Шулай итеп, 2016 йылға тиклем тренерлыҡ эшен алып барҙым.

Был осорҙа район футболсылары командаһы республика һәм хатта тотош Рәсәй арена­һында мини-футболда һәм ҙур футболда уңыштарға өлгәшә. 2017 йылда бөтә Рәсәйҙең ауыл командалары араһында икенсе урынға сығалар. Балалар-үҫмер­ҙәр спорт мәктәбен физкультура-һауыҡтырыу комплексы менән берләштергәс, Руслан Илдус улын спорт мәктәбе директоры итеп тәғәйенләйҙәр.

– Был эшкә күскәс, тағы ла ҙурыраҡ яуаплылыҡ өҫтәлде һәм тренерлыҡ эшенә ваҡыт аҙыраҡ ҡалды. Вадим Ҡанбәков спорт комитетын етәкләгән, мин –  спорт мәктәбе директоры, Наил Баҙарғолов урынбаҫарым булған саҡта күп ярыштарға йөрөнөк һәм еңеүҙәр яуланыҡ. Ауыл уйындарында тәүге тапҡыр райондың ололар командаһы икенсе урындар яуланы. Уҡыу­сылар спартакиадаһында ла бер ҡасан да булмағанса икенсе урынға сыҡтыҡ. 2017, 2019 йылдарҙа ГТО буйынса ла республикала беренсе урында килдек. Әйткәндәй, мин ГТО буйынса Бөтә Рәсәй физкультура-спорт комплексының муниципаль тест үҙәгенең етәксеһе лә булып торам, – ти Руслан Илдус улы.

 

Маҡтанырлыҡ та шул

 

Илдус Хәйертдинов белде­реүенсә, районда спорт буйынса бик күп саралар үткәрелә. Бының өсөн спорт залдары етерлек. Был йәһәттән күп райондар маҡтана алмай. Шулай уҡ республика кимәлендәге спорт саралары ла Ҡырмыҫҡалы районында күпләп үтә. Рәсәй Геройы Миңлеғәле Шайморатов кубогына көрәш, волейбол буйынса республика беренселеге йыл да тап ошонда ойошторола. Шулай уҡ хоккей, футбол, өҫтәл теннисы, лапта, шахмат буйынса ла ярыштар даими була.

2020 йылда Руслан Илдус улының тормошонда тағы ла үҙгә­рештәр була, уға Ҡырмыҫ­ҡалы район хакимиәтендәге йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт бүлеген етәкләү бурысын ышанып тапшыралар. Ул хәҙер барлыҡ райондың физкультура һәм спорт үҫеше өсөн яуап бирә. Ошо ике йыл эсендә уңыштар ҙа булған. Лапта уйыны буйынса ҡырмыҫҡалылар Рәсәй кубогын яулай. Тиҙҙән команда уйынсылары спорт мастеры исемен аласаҡ. Был еңеү ошоға тиклем район тарихында булмаған ҙур уңыш һанала.

 

Уйнауын дауам итә

 

Руслан Хәйертдинов ниндәй генә вазифа биләһә лә, ваҡыты ни тиклем тар булһа ла, футболды бер ҙә ташламай, һаман да район командаһында уйнауын дауам итә.

– Тормошом физкультура һәм спорт менән бәйле булғас, эштән һуң да ҡалырға, ял һәм байрам көндәрендә лә сығырға, төрлө ярыштарҙа ҡатнашырға тура килә. Ошоларҙың барыһын да аңлап ҡабул иткән ҡатыныма рәхмәт, – тип тамамланы һүҙен Руслан Илдус улы.

Ғаилә хәленә килгәндә,  Ҡырмыҫҡалы  гимназияһында китап­хана мөдире булып эшлә­гән тормош иптәше Елена Радик ҡыҙы менән ике ул үҫтерәләр. 13 йәшлек Артур көрәш менән шөғөлләнһә, алты йәшлек Алан атаһы менән туп тибергә ярата.

Руслан Хәйертдинов бик күп маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ булған, 2017 йылда уға “Баш­ҡортостан Мәғариф министрлы­ғының футбол буйынса иң яҡшы тренеры” исеме бирелгән. Артабан да Ҡырмыҫҡалы районы спортсылары тик юғары уңыш­тар­ға ғына өлгәшер тип ыша­набыҙ.

- Розалиә БИКТИМЕРОВА

Ҡырмыҫҡалы районы

Читайте нас