Спорт һәм туризм
23 Август 2022, 13:27

Афарин, мәргәндәр!

Уғатарҙар ярышҡа сыҡты

Мәргән уҡсылар, һәр йыйынды йәмләп, уның сағыу биҙәге булып тора. Был ярышты тамашасылар бик яратып ҡарай, сөнки элек-электән килгән был ярыш төрө һуңғы йылдарҙа бик популяр спорт төрөнә әйләнде. Унда олоһонан алып кесеһенә тиклем ҡатнаша. Бигерәк тә уҡ менән атырға ҡатын-ҡыҙҙар ҙа әүәҫләнеп китте.

“Мәргән уҡсылар” ярышы Ҡатай ырыуы йәштәре йыйынының биҙәге булып торҙо. Сәпкә уҡтың барып ҡаҙалыуын һәр кем ҙур ҡыҙыҡһыныу менән күҙәтте. Оҫталығы булғандар ярыш барышында янды дөрөҫ тотоу, уҡтан атыу буйынса кәңәштәрен биреп торҙо. Ни тиһәң дә, уҡтан атыу – уйын эш түгел, ә олатай-атайҙарҙан ҡалған етди һөнәр. Бында сослоҡ, дәрт, көс кәрәк.

 “Мәргән уҡсылар” ярышында бик күптәр оҫталыҡтарын һынап ҡараны. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һәр кемгә лә отҡорлоҡ, етеҙлек бирелмәй шул. Уҡтары сәпкә теймәй, әллә ҡайҙа яҙа атҡандар конкурстан тиҙ арала төшөп ҡалды, ә бына уҡ-ян менән оҫта ғына эш итә белгәндәр бирешмәне. Һәр кем еңеүсе титулын яуларға тырышты.

Балалар араһында мәргән уҡсы исеменә лайыҡлы тип табылып, өсөнсө урынды яулаған Вилнур Хәсәнов, икенсе урынға сыҡҡан Динислам Үҙәнбаев ҡыуаныстарынан “һә” тигәнсе сәхнәгә күтәрелде. Ә бына беренселекте эләктергән Вита Носкова барыһын да хайран ҡалдырҙы. Бәләкәй генә ҡыҙ бала үтә мәргән, оҫта уҡсы булып сыҡты. Афарин, ҡыҙыҡай! Шулай уҡ “Иң йәш уҡсы” номинацияһына Йәзилә Үҙәнбаева лайыҡ булды. Ул ярышта ҡатнашыусылар араһында иң кесеһе ине.

Тәжрибәләре булған, күп тапҡыр еңеү яулаған, быуындары нығынған уҡсылар араһында өсөнсө урынды Алеся Хәсәнова, икенсе урынды – Айнур Ибраһимов, беренсе урынды Марат Әхәтов яуланы. Мәргән уҡсылар барыһы ла дипломдар, бүләктәр алып ҡыуанды.

Рәмилә МУСИНА

Читайте нас