Спорт һәм туризм
23 Август 2022, 05:44

Матур төбәк бай ҙа булырға тейеш

Башҡортостанда ошо өлкәне табышлы тармаҡҡа әйләндереү өсөн ҙур эш башланды.

Бөгөнгө геосәйәси шарттарҙа республикабыҙ туристарҙы ылыҡтырған төбәктәрҙең береһенә әйләнә бара. Тәбиғәт беҙҙән матурлығын йәлләмәгән, әммә иҫ киткес гүзәл йылғалар, күлдәр, мәғрур ҡаялар һәм урмандар мөхитендә йәшәү генә етмәй, уларҙы донъяның бөтә халҡына күрһәтә белергә, ҡунаҡтар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырырға, урындағы халыҡты ла ҡыҙыҡһындырырға кәрәк. Заман был эште тиҙләтеүҙе, йылдам үҫтереүҙе талап итә, ә бының өсөн республикала ресурстар етерлек. Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Әхмәткәрим улы АФЗАЛОВ ошо йүнәлештәге әһәмиәтле саралар, уларҙың бөгөнгө үтәлеше һәм үҙенсәлектәре тураһында һөйләй.

– Рөстәм Әхмәткәрим улы, һеҙ етәкселек иткән министрлыҡ күптән түгел генә барлыҡҡа килде. Ул ниндәй маҡсаттан сығып ойошторолдо?

 

Рөстәм АФЗАЛОВ:

– Министрлыҡ, мәғлүм булыуынса, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеттарын бер­ләштереү нигеҙендә барлыҡҡа килде. Баш­ҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республикабыҙ Хөкүмәте ултырышында был эштең маҡсатын түбәндәгесә аңлатҡайны: “Республика алдына эшҡыуарлыҡ һәм туризм индустрияһы сараларын үҫтереү буйынса етди бурыстар ҡуйыла. Тормош күрһәтеүенсә, улар – оҡшаш өлкәләр, сөнки беҙ туризм өлкәһендә йәнләндерергә тырышҡан саралар бер юлы бәләкәй эшҡыуарлыҡты яҡлау менән дә бәйле, шуға күрә беҙ был ике дәүләт комитетын берләштерергә һәм яңы министрлыҡ ойошторорға ҡарар иттек”.

 

– Туризм тармағын үҫтереү кәрәклеге тураһында элек-электән һөйләйбеҙ, әммә һуңғы йылдарҙа ғына Рәсәйҙән сит илдәргә ял итергә барыусылар кәмене һәм эске туризм, киреһенсә, йылдам үҫеш алды. Башҡортос­­танда туризм өлкәһендәге хеҙмәтләндереүгә ниндәй баһа бирергә мөмкин?

 

– Быны белеү өсөн статистика мәғлүмәттәренә күҙ һалыу ҙа етә: туризм тармағында халыҡҡа түләүле хеҙмәт күрһәтеү күләме быйыл ғинуар –майҙа 4,01 миллиард һум тәшкил итте, был иһә, үткән йылғы тәүге биш ай менән сағыштырғанда, 16 процентҡа күберәк тигән һүҙ. Шулай уҡ шифахана-курорт хеҙмәтләндереүе күләме – 22,4 процентҡа, турист агентлыҡтары һәм туропе­ра­торҙар хеҙмәте 32,7 процентҡа артты. Күптән түгел Өфө проекты ҡалаларҙың турист үҙәктәрен төҙөк­ләндереү конкурсында еңеп сыҡты һәм ошондай үҙәкте төҙөү өсөн 215 миллион һум аласаҡ. Күре­неүенсә, үҫеш һиҙелерлек һәм бының нигеҙле сәбәптәре бар.

Башҡортостанда туризм тармағын үҫтереү мәсьәләһенең көн үҙәгенән төшкәне юҡ. Туризмды үҫте­реү концепцияһын тикшергән Хөкүмәт кәңәшмә­ләренең береһендә Радий Фәрит улы ошо тармаҡ менән даими шөғөлләнәсәге тураһында белдер­гәйне. “Беҙ һирәк осраған туристик ҡеүәткә эйә, ә бына инфраструктура заман талаптарына тура килмәй, бының өсөн ваҡыт кәрәк”, – тигәйне республика етәксеһе. Эҙмә-эҙлекле рәүештә күрелгән саралар үҙ һөҙөмтәһен бирә. Һуңғы йылдарҙа Рәсәйҙең турист рейтингында Башҡортостан ышаныслы рәүештә тәүге ун төбәк исемлегендә килә, туристар ағымы, туризм өлкәһендә халыҡҡа түләүле хеҙмәт күрһәтеү, шулай уҡ ҡунаҡханалар һәм шифаханалар һаны буйынса ла беҙҙең республика Рәсәйҙә һәм Волга буйы федераль округында алдынғы урындарҙы биләй.

Башҡортостандың Инвестиция комитетының “Инвестиция сәғәте” форматында үткәрелгән ултырыштарында ла туризм өлкәһендәге проекттарға иғтибар бүленә. Быйылғы 1 авгусҡа ҡарата Инвестиция комитеты ултырыштарында дөйөм күләме 438 миллион һум тәшкил иткән алты инвестиция проекты ҡаралды. Бындай проекттарға ярҙам эше дауам итә. Инвесторҙар өсөн, мәҫәлән, төҙөлөш өсөн ер биләмәләре буйынса инвесткарта бул­дырылған, был платформала территория тураһын­дағы барлыҡ кәрәкле мәғлүмәт бар, йәғни инвестор­ҙар майҙансыҡты ситтән тороп та һайлай ала. Инвесткартанан тыш, эшҡыуарҙарға уңайлылыҡ тыуҙырыу өсөн дәүләт ярҙамы ла билдәләнгән: ҡунаҡханалар өсөн өҫтәмә ҡиммәткә һалымдың биш йылға иҫәпләнгән нуль ставкаһы, эквайринг өсөн комиссияның сикләнеүе, мөлкәт яғынан ярҙам.

Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында беҙ “Оло Урал” проектын тормошҡа ашырыу буйынса “Ростуризм” менән килешеү төҙөнөк, шулай уҡ Туризм.РФ корпорацияһы, Рестораторҙар һәм отельер­ҙар федерацияһы менән дә килешеүҙәргә ҡул ҡуйылды. Яҡындағы сит илдәр  менән дә үҙ-ара хеҙмәттәшлек буйынса әүҙем эш бара.

Шуны хәтергә төшөрөү ҙә урынлы булыр: Рәсәй Хөкүмәте иҡтисадты тотороҡландырыу һәм үҫтереү буйынса ҡабул иткән 200-ҙән ашыу ҡарарҙың етәүһе эске туризмға һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрия­һына ҡағыла. Ошондай масштабтағы һәм күләмдәге ярҙам Рәсәй тарихында беренсе тапҡыр күрһәтелә.

Туризм инфраструктураһын үҫтереүгә федераль финанслауҙы йәлеп итеү өсөн Башҡортостан “Рос­туризм”ға йәмғеһе 346 миллион һумлыҡ өс тәҡдим ебәрелде. Бюджет-ара трансферттар аша грант ярҙамы программаларында ҡатнашыу 176,5 миллион һумлыҡ шәхси инвестицияны йәлеп итеү һәм туризм өлкәһендәге 68 проектты тормошҡа ашырыу мөмкинлеген бирәсәк.

 

– Күптән түгел уҙғарылған Рәсәй “Сәйәхәт ит!” турист форумында ла Башҡортостандың мөһим һәм перспективалы проекттары юғары баһа алды. Һеҙҙең геопарктар тураһындағы сығышығыҙҙың туризм өлкәһендәге бик күп һөнәрмәндәрҙең иғтибарын йәлеп итеүен дә беләбеҙ...

 

Рөстәм АФЗАЛОВ:

– Беҙҙең геопарктар һирәк осраған тәбиғәт ҡомартҡылары булып тора. Уларҙы заман талаптарына ярашлы үҫтереү менән шөғөлләнгәндә төп шарт – был мөғжизәләрҙең тәбиғилеген, тарихи һәм этномәҙәни әһәмиәтен һаҡлап ҡалыу.

“Янғантау” һәм “Торатау” геопарктарында беҙ инвесторҙарға ярҙам итергә тырышабыҙ, турист форумындағы дискуссияла беҙ ошо геопарк тура­һында сығыш яһаныҡ та инде. Төп тема, әлбиттә, республиканың ҙур турист объекттарына шәхси капитал йәлеп итеүҙә власть менән эшҡыуарлыҡтың үҙ-ара хеҙмәттәшлеге тураһында булды. Баш­ҡор­тос­танда геопарктар ойоштороу, уларҙың сиктәрен билдәләү тәртибе, ошо тәбиғәт биләмәләрен үҫтереү буйынса төп бурыстар һәм йүнәлештәр, дәүләт ярҙамы һәм идара итеүе буйынса ҡануниәт тә эшләнгән. Геопарктарҙа бөгөн идарасы ойошмалар, визит үҙәктәре булдырылған, инвесторҙар өсөн проекттар әҙерләнгән.

Тормошҡа ашырылған проекттар араһында эмпинг-паркты, эко-комплексты, геопарк буйынса турҙар комплексын, эко-ҡунаҡханалар селтәрен, модулле ҡунаҡхананы күрһәтергә була. Торатау түбәһенә эко-һуҡмаҡ һалына. Тиҙҙән бойомға ашы­ры­ласаҡ өҫтөнлөклө проекттар араһында этнотуристик һәм геологик комплекстар, этноглэмпинг, тарихи-мемориаль парк һәм башҡалар бар.

Башҡортостандың туризм тармағында эшҡыуар­ҙарға ярҙам саралары араһында өҫтөнлөклө проекттар өсөн инвестиция тупһаһын 100 миллион һумдан 10 миллион һумға саҡлы төшөрөүҙе, глэмпингтар һәм башҡа объекттарҙы үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән ер майҙандары исемлеген әҙерләүҙе күрһәтергә мөмкин. Әйткәндәй, һуңғы йылдарҙа абруйы бик тиҙ үҫә барған ял төрөнә – глэмпингтар булдырыуға ла инвестиция йүнәлтеү бик мөһим, тип иҫәпләйбеҙ. Башҡортостанда Глэмпингтарҙы үҫтереү концепцияһы булдырылған һәм тормошҡа ашырыла, әлеге көнгә ошондай 38 объект бар.

Рәсәй турист форумында беҙ Башҡортостанда турист эшҡыуарлығы өсөн уңайлы мөхит булдырылыуын, инвесторҙарҙың үҙ проекттарын артыҡ административ процедуралар үтмәйенсә лә тор­мошҡа ашыра алыуын, власть яғынан йылдам ҡарарҙар һәм ярҙам алыу мөмкинлеге булыуын аңлаттыҡ. Республикалағы власть алдында торған бурыстар – геопарктарға туристар ағымын киңәй­тергә ярҙам итеү, уларҙа инфраструктураны һәм сервисты үҫтереү, инвесторҙар эҙләү һәм уларға тейешле ярҙам күрһәтеү.

– Беҙҙең республикала, белеүебеҙсә, һуңғы йылдарҙа барлыҡҡа килгән тармаҡты – социаль туризмды  үҫтереү буйынса ла байтаҡ тәжрибә тупланған...

 

Рөстәм АФЗАЛОВ:

– Эйе, социаль турпроекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа беҙҙә һәйбәт тәжрибә тупланған. Республикала пенсионерҙарға һәм инвалидтарға турист путевкаларын субсидиялауға сертификаттар биреүҙе дауам итәбеҙ. Бөгөн уларҙың 70 проценты тапшырылған да инде.

Быйыл ошондай хеҙмәттәрҙе ҡулланыусыларҙың яңы категорияһы өҫтәлде. Башҡортостан Мәктәп туризмын субсидиялау программаһында пилот төбәге булып тора. Ҡуйылған бурысты ғәмәлгә ашырыу өсөн норматив-хоҡуҡи база әҙерләнде, был иһә республикаға федераль ҡаҙнанан 55,5 миллион һумды йәлеп итеү форсаты тыуҙырасаҡ. “Башҡортостанда оҙон ғүмерлелек. Туризм” проекты ла уңышлы тормошҡа ашырыла. Быйыл, Баш­ҡор­тостан Башлығы Радий Хәбировтың күрһәтмәһенә ярашлы, был проектта ҡатнашҡан пенсионерҙар һаны дүрт меңдән 10 мең кешегә еткерелде. Ә бөтәһе ошо проектта ҡатнашҡан пенсионерҙар өс мең ярым кешенән ашты. Был йүнәлештә “Изге ҡыуаҡтар”, Нарыштауға экскурсия, “Изге  Ғәли” шифа­лы сығанағы”, “Янғантау геопаркы”, “Торатау геопаркы” маршруттары  айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра.

Министрлыҡ булышлығы менән быйыл 74 кеше туристик кешбэк программаһында ҡатнашты, был эш артабан йылдамыраҡ үҫә башлар, тип ниәтләнә­беҙ.  25 августа Рәсәйҙә 20 процентлы кешбэк буйынса путевкалар һатыуҙың яңы этабы башлана. Рәсәй Хөкүмәте Премьер-министры Михаил Мишустин белдереүенсә, кешбэк  быйылғы 1 октябрҙән алып 1 декабргә тиклемге арауыҡтағы бөтә сәйәхәт­тәргә ҡағыла һәм унда илдең барлыҡ төбәктәре лә ҡатнашасаҡ. Был мөмкинлектән 600 меңгә яҡын кеше файҙаланыр, тип күҙаллана.  

Туризм тармағын киңәйтеүҙә “Ваҡиғалар туризмы” ла үҙ ролен үтәйәсәк. Быйыл, ошо йүнәлеште үҫтереүҙе күҙ уңында тотоп, муниципаль ваҡиғалар календары төҙөлдө, уға 104 сара индерелгән.

– Башҡортостанда туризм тармағын заман талаптарына ярашлы үҙгәртеүҙе дауам итеү өсөн яҡын киләсәктә ниндәй үҙгәрештәр һәм саралар күҙаллана?

 

Рөстәм АФЗАЛОВ:

– Республика биләмәһендә туризм тармағы күҙлегенән иҫәпкә алынмаған объекттар ҙа бар, уларға йыл һайын байтаҡ турист килә. Араларында ҡунаҡ йорттарын, палаткалы лагерҙарҙы һәм баш­ҡаларҙы күрһәтергә мөмкин. Ни өсөн улар иҫәпкә алынмай килгән? Сөнки тейешле классификация булмаған һәм һәр береһе автономиялы эш иткән. Урынлашыу саралары тип аталған объекттарҙы тулыһынса иҫәпкә алыу быйыл сентябрҙә тамам­ланырға тейеш. Был иҫәптә объекттарҙың геолока­цияһы, адресы, бәйләнеш өсөн телефондары, ниндәй хеҙмәтләндереү төрҙәре һәм уңайлыҡ­тары булыуы, йыл миҙгелдәрендә нисек эшләүе, фотоиллюстрациялар һәм башҡа кәрәкле мәғлүмәттәр тупланасаҡ.

Ошо базаны йыйғас та, унда, Ваҡиғалар туризмына ярашлы, урындағы муниципалитеттар менән килешелгән төрлө саралар алдан билдәләнгән графикка ярашлы барасаҡ, йәғни был объекттарҙағы саралар тәғәйен датаға бәйле буласаҡ. Сауҙа буйынса дәүләт комитеты менән берлектә бындай объекттарҙағы туҡланыу урындарының исемлеген һәм адресын төҙөйбөҙ. Халыҡса әйткәндә – юл буйы кафелары.

Былар барыһы ла “Терра-Башҡортостан” өсөн нигеҙ булып тора. Ябайыраҡ аңлатҡанда, турист сәйәхәтенә йыйынған кеше маршрутты һайлағанда  уны ҡайҙа ниндәй тәбиғи күренештәр көткәнен, ҡуныу һәм туҡланыу урындарын ғына түгел, ә ҡай­һы объектта бөгөн ниндәй мәҙәни һәм спорт саралары уҙасағын да белеп торасаҡ. Һуңғыһы ла ҙур әһә­миәткә эйә, тип уйлайым, сөнки тәбиғәткә сығыр­ға йыйынғандарҙың 60 проценты был сәйәхәтте ял йәки байрам көндәренә планлаштыра.

Туризм өлкәһендә беҙҙең министрлыҡтың бө­гөн­гө философияһы ла шуға ҡайтып ҡала: беҙ сервисҡа нигеҙләнеп эш итә башларға тейешбеҙ. Интерактив картала эшләү турист өсөн дә, был тармаҡты ойоштороусылар өсөн дә уңайлы. Хәҙер “Һаҡлыҡ банкы. Аналитика”, “Һанлы туризм” һәм башҡа сервистар менән хеҙмәттәшлек итә башлай­быҙ. Был туристарҙың хәрәкәтен күҙәтеп тороу мөмкинлеге бирәсәк. Әйтәйек, республиканың ҡайһы бер төбәгенә туристар бөтөнләй тиерлек бармай тип иҫәпләйбеҙ, ти. Әммә сервистар унда килгәндәрҙең арта башлауын күрһәтә, тип күҙалла­йыҡ. Министрлыҡ был күренешкә һығымта яһарға һәм бая әйткән урынлашыу саралары классифи­кация­һын эшкә ҡушырға бурыслы буласаҡ.

 

Геопарк — айырым һаҡланыусы статусҡа эйә булған майҙан йәки төбәк, был урында Ерҙең геологик тарихы, урындағы ландшафттың барлыҡҡа килеүе, ер тоҡомдары һәм файҙалы ҡаҙылма байлыҡтарҙың сығанағы асыҡ күренә. Төрлө илдәрҙә урынлашҡан бындай урындарҙа таныштырыу экскурсиялары уҙғарыла, күп урында туристар өсөн аңлатмалы таблицалар эленә. Йүнәлештәр һәм карталар менән йыһазландырылған махсус һалынған һуҡмаҡтар буйлап йәйәү һәм велосипедта йөрөргә мөмкинлек бирелә.

Геопарктар булдырыу сағыштырмаса күптән түгел – үткән быуаттың 90-сы йылдарында ғына башланды һәм тиҙҙән был хәрәкәт бөтә планетаны солғап алды. Бындай биләмәләр Рәсәйҙә бер нисәү. 2020 йылдың 10 июлендә ЮНЕСКО Башҡарма комитетының 209-сы сессияһы Башҡортостандың Салауат районындағы “Янғантау” геопаркын ЮНЕСКО-ның Глобаль геопарктары исемлегенә индерҙе.

 

Глэмпинг – кемпингтың бер төрө, ул ҡунаҡхана номерының заманса уңайлыҡтарын тәбиғәттә ял итеү мөмкинлеге менән берләштерә. Глэмпингтар селтәрен  әүҙем булдырыу 2010 йылдан экотуризм йүнәлештәренең береһе булараҡ башланды. Улар, ғәҙәттә, ҙур палаткалар, көмбәҙ конструкциялары, тәгәрмәсле вагонсыҡтар йәки ағас йорттар рәүешендә эшләнә. Бындай ҡоролмаларҙы теләһә ниндәй ландшафтта ла урынлаштырып була.

 

“Оло Урал” – Уралда төбәк-ара турист кооперацияһы булдырыуҙы һәм артабан үҫтереүҙе  маҡсат итеп ҡуйған проект. Рәсәйҙәге “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты буйынса тормошҡа ашырылыусы был сара Башҡортостан Республикаһын, Свердловск, Силәбе, Төмән өлкәләрен һәм Пермь крайын үҙ эсенә ала. “Ростуризм” белдереүенсә, төбәк-ара турист маршруттары булдырыу яҡын киләсәктә Уралға туристар ағымын йылына 10 миллион кешегә еткерә аласаҡ.

 

“Терра-Башкирия” – беҙҙең республиканың туристик бренды. Ул ниндәйҙер яңы, ҡыҙыҡлы һәм ғәҙәти булмаған асыштарҙы, өйрәнелмәгән төбәкте аңлата. Бренд “Урал рухы. Евразия йөрәге” тигән һүҙҙәрҙе слоган итеп алған, ул “Paradox Box” компанияһы тарафынан эшләнгән һәм республиканың һирәк осраған заманса сағыу йөҙөн тыуҙырыуҙы, уны эске һәм тышҡы туристик баҙарҙа танытыуҙы маҡсат итеп ҡуя.

Брендты эшләгәндә урындағы халыҡ араһында тикшеренеүҙәр үткәрелгән, бер нисә ай дауамында авторҙар төрлө фокус-төркөмдәр ойошторған, республиканың туристар күҙлегенән ҡарағанда танып беленеүен өйрәнгән, урындағы халыҡтың туристик брендты нисек күҙ алдына килтереүен анализлаған.  “Башҡортостан – бик күп тәбиғи һәм мәҙәни ҡомартҡылары булған, туризм менән йыл әйләнәһенә шөғөлләнеү мөмкинлеге биргән төбәк”, тип яҙылған “terrabashkiria.ru” сайтында. Бында йолаларҙы һаҡлай һәм ҡунаҡ ҡабул итә белгән 90-дан ашыу милләт вәкиле йәшәй. Башҡортостанға Рәсәйҙең һәм донъяның теләһә ниндәй мөйөшөнән дә еңел барып була. Бренд авторҙарының береһе арт-директор Илшат Байбурин әйтеүенсә, башҡа төбәктәрҙең брендында  “Терра-Башкирия”ныҡы кеүек тәрән идея һалынмаған, күпселек төбәктәрҙә “Visit” һүҙе ҡабатлана, ләкин ул сит илдәрҙә лә йыш ҡулланыла һәм төбәккә генә хас сифатты бирә алмай. “Башҡортостан тураһында, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, аҙ беләләр, ә беҙҙә күрһәтерлек урындар бик күп, ташҡа төшөрөлгән һүрәттәре 18 мең йыл элек яһалған Шүлгәнташ мәмерйәһе үҙе генә лә ни тора, ундай мәмерйәләр донъяла өсәү генә”, ти ул.


Рәшит КӘЛИМУЛЛИН

Читайте нас