

Ниндәй генә ҡатай йыйыны “Ҡатай батыры” ярышынан тыш үтһен инде?! Таш күтәреү буйынса ла ярышты ҡатай егеттәре. Конкурсты Ҡатай ырыуы вәкиле Илдар Шәрипов ойошторҙо.
Батырҙар көсөн һынар өсөн бер-бер артлы рәткә теҙелде. Бәйгене ҡарарға йыйынға килгән бар халыҡ, батырҙарҙы ҡулсаға алып, бер урынға йыйылды. Өс турҙан торған бәйгене халыҡ ҡыҙыҡһынып, дәртләнеп, үҙ-ара бәхәсләшеп күҙәтте. 30-ҙан алып 90 килограмға тиклем ауырлыҡтағы таштарҙы күтәреүҙә Йөйәк баһадирҙары Ғәзиз Мансуров, Фәнзил Муллағәлимов, Айҙар Искәндәров, Вилдан Хөснөтдинов, Фирүз Хөснөтдинов, Сыңғыҙ Закиров, Айгизәр Ғәйнетдинов, Линар Солтанов, Межгорьенан Дим Сөләймәнов, Вәғиз Фәхретдинов, Сермәндән Руслан Ҡужаҡов, Ғәбдөктән Мостафа Ғәббәсов, Инйәрҙән Алик Мөсәлимов ҡатнашты. Егеттәргә етеҙлек, дәрт, ҡул көсө, бил ныҡлығы кәрәк булды был бәйгелә. Ифрат ауыр таштарҙы берәүҙәр – 16 тапҡыр, икенселәр 60 тапҡыр баш осона тиклем күтәреп йыйылыусыларҙы хайран итте. Иң ауыр бәйгеләрҙең береһе булған ярышта ҡатнашҡан батыр егеттәрҙең барыһы ла Рәхмәт хаттарына, тамашаны ҡараған халыҡтың маҡтау-хуплауына лайыҡ булды.
Иң ғәжәпләндергәне һәм һоҡландырғаны – ҡатай егеттәре менән бер рәттән таш күтәреү конкурсында Бирҙеғол ауылынан 63 йәшлек Әнисә Зыяитдинова ла ҡатнашты һәм этнофорумдың Рәхмәт хаты менән махсус бүләгенә лайыҡ булды.
Һәр бәйгенең еңеүселәре, иң-иңдәре була. Өсөнсө урын – Межгорьенан Вәғиз Фәхретдиновҡа, икенсе урын Инйәр батыры Алик Мөсәлимовҡа бирелде, беренсе урынды Йөйәк бөркөтө Фирүз Хөснөтдинов яуланы. Межгорьенан Дим Сөләймәнов “Иҙел башы” этнофорумының Хl “Ҡатай батыры” титулына, Гран-приға лайыҡ булды. Батырҙарға матур бүләктәр, Рәхмәт хаттары тапшырылды. Бына тигән рухлы, дәртле егеттәр-бөркөттәр үҫә Ҡатай ырыуында!
Рәмилә МУСИНА