

Башҡортостанда “аҡыллы” спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк.
Башҡортостанда “Бизнес-принт (Мин спортты һайлайым)” проектында ҡатнашыу өсөн ғаризалар туплана. Федераль проект эшҡыуарҙар ярҙамында заманса спорт майҙансыҡтарын ойоштороуҙы күҙаллай. Был хаҡта республиканың спорт министры урынбаҫары Сергей Алопин хәбәр итте.
Ишеү слаломы буйынса донъя чемпионы Алһыу Минажева һүҙҙәренә ҡарағанда, “Бизнес спринт” федераль проекты булышлығында республикала яңы спорт майҙансыҡтары барлыҡҡа киләсәк һәм төбәктә йәшәүселәр спорт менән әүҙемерәк шөғөлләнә, сәләмәт тормош алып бара аласаҡ.
Беренсе “аҡыллы” спорт майҙансыҡтары Мәскәүҙә 2014 йылда барлыҡҡа килгәйне. Был – яһалама япмалы футбол, йүгереү, волейбол, баскетбол урындары, урам тренажерҙары. Ошо майҙансыҡтар Интернетҡа тоташтырылған.
Махсус ҡушымта ярҙамында күнекмәләрҙе күҙәтергә, баһаларға һәм башҡаларҙы белергә мөмкин.
Әле Башҡортостанда ошондай ике майҙансыҡ төҙөлә. Улар Өфөләге Борисоглебский урамындағы 16-сы, Стәрлетамаҡтағы Водолаженко 2А һанлы йорт эргәһендә хасил буласаҡ.
“Бизнес-принт (Мин спортты һайлайым)” проекты “Физик культура һәм спорт үҫеше” дәүләт программаһына ҡарай. Уны 2030 йылға тиклем Рәсәйҙең 42 социаль-иҡтисади стратегик башланғысы буйынса уйлап сығарғандар.
“Президент бизнестың социаль мәсьәләләлрҙе, айырым алғанда, илдә спортҡа ярҙамдың мөһим икәнлеге хаҡында белдергәйне. “Бизнес-спринт” проекты федераль проекты эшҡыуарҙарҙың өлкәндәргә һәм балаларға спорт күнекмәләре менән шөғөлләнеү өсөн сифатлы һәм уңайлы мөхитте булдырыуҙы күҙаллай”, - тип белдерҙе Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко.
Федераль финанслау ярҙамында ил төбәктәрендә 80-дән ашыу модулле спорт залын һәм 200-ҙән ашыу “аҡыллы” спорт майҙансығын төҙөйәсәктәр.
Фото: top68.ru