

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов социаль селтәрҙәге сәхифәһендә түбәндәгеләр хаҡында яҙҙы. “Спортсыбыҙ Даяна Рафиҡованы ысын күңелдән үҫмерҙәр араһында XI янғын һүндереү-ҡотҡарыу спортында донъя рекордын ҡуйыуы менән ҡотлайбыҙ. Ул “ҡаршылыҡтар полосаһы” дисциплинаһында 16,33 секунд һөҙөмтәгә өлгәште. Бынан тыш, Даяна урта йәштәге ҡыҙҙар төркөмөндә “штурмлау баҫҡысы буйлап үрләү” һәм “ҡаршылыҡтар полосаһы” дисциплиналарында алтын миҙал яулап, абсолют чемпион булды. Спортсы тағы “янғын эстафетаһы” дисциплинаһында алтын миҙалға лайыҡ булды, “хәрби тағатыу” дисциплинаһында көмөш миҙал алды.
Командабыҙҙағы башҡа ҡыҙҙар һәм егеттәр ҙә шәп һөҙөмтәләргә өлгәште! Афарин”
Фото: Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитовтың социаль селтәрҙәге сәхифәһенән.