Спорт һәм туризм
25 Август 2022, 16:00

Кил, йүгер һәм бүләк от!

Сара 4 сентябрҙә Өфөлә үткәрелә

Кил, йүгер һәм бүләк от!Кил, йүгер һәм бүләк от!
Кил, йүгер һәм бүләк от!

4 сентябрҙә Өфөлә VIII Өфө халыҡ-ара марафон була. Унда алты мең спортсы, шул иҫәптән йүгерергә, скандинав атлауын һәм роллер спортын яратыусылар йыйыласаҡ.

“Баш ҡала һигеҙенсе тапҡыр халыҡ-ара спорт үҙәктәренең береһе буласаҡ һәм сәләмәтлек, әүҙем тормош алып барыусыларҙы берләштерәсәк. Ҡатнашыусыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе төрлө конкурстар, приздар ойоштороласаҡ концерт программаһы көтә. Барыһын да ошо спорт байрамына саҡырам”, - тип белдерҙе Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, марафонды ойоштороусы Денис Назаров.

Быйылғы Өфө марафоны йүгереү һәм скандинав атлауы дистанциялары: ике, биш, 10, 21,1, 42,2 километр, балалар старттары (100-600 метр).

Һәр ҡатнашыусы стартта - пакетта фирмалы футболка, партнерҙарҙан бүләктәр, финишта эксклюзив миҙал аласаҡ, иң шәп ҡатнашыусыларҙы приздар көтә.

“Өфө марафоны - өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының иң яратҡан байрамдарының береһе. Һигеҙенсе тапҡыр ҡатнашыусыларға Рәсәйҙәге иң уңайлыларҙың береһе булған трасса буйлап йүгерергә, ҡаланың тарихи өлөшө буйынса матур маршрутҡа һоҡланырға тәҡдим итәбеҙ, - тине Өфө халыҡ-ара марафоны, Bashrun йүгереүҙәр серияһы  директоры Владислав Литвинчук.

Өфө халыҡ-ара марафоны ваҡытында алтынсы тапҡыр “#ЙүгерәмЯрҙам итәм хәйриә акцияһы ойошторола: ҡатнашыусылар йүгерә һәм Өфөләге хәйриә фондтарына ярҙам итә ала.

Сарала ҡатнашыу өсөн теркәлергә кәрәк: https://russiarunning.com/event/ufa2022.

Фото: resbash.ru

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас