

Ғафури районы спортсыларының волейбол, еңел атлетика, саңғыла уҙыш, спорт туризмы, милли көрәш, баскетбол кеүек айырыуса популяр спорт төрҙәре буйынса күп кенә ярыштарҙа даими призлы урындар яулауы хаҡында яҡшы хәбәрҙарбыҙ.
Күптән түгел “Йәшлек” ял паркында ойошторолған кроста ҡатнашыу өсөн Ҡауарҙы, Бурлы ауылдарынан, Красноусолдағы 1-се һәм 2-се мәктәп, Красноусол башҡорт гимназия-интернатынан спортсылар килгәйне. Мәктәп уҡыусыларына өлкән йәштәге йүгереүселәр ҙә ҡушылды. Һәр ярышта әүҙем ҡатнашҡан спортсы ветерандар Ғайса Кейекбаев, Фәтҡулла Әхмәтйәнов, Розалиә Дәүләтбаеваны хәҙер башҡа райондарҙа ла яҡшы беләләр. Был юлы уларға элек Ғафури район суды рәйесе булып эшләгән, хәҙер Өфө ҡалаһында йәшәгән Фәйез Ҡасҡынбаев өҫтәлде.
Башта ярышта ҡатнашыусылар төрлө күнекмәләр яһаны. Һуңынан уларҙы кросты ойоштороусы Лиана Хәкимова, байрам менән ҡотлап, физкультура һәм спорттың һаулыҡ өсөн ыңғай йоғонтоһо тураһында һөйләне, һәр кемдең һаулыҡ, сәләмәт тормош алып барыуын теләне.
Иң тәүҙә, старт һыҙығына баҫып, бәләкәй йүгеректәр ярышты башлап ебәрҙе. Бер километрға йүгергән 10-12 йәшлектәр араһында, бер-береһенең үксәһенә баҫа яҙып йүгереп, Ҡауарҙы малайҙары Рамаҙан Исмәғилев – алтын, Илнар Абдуллин көмөш миҙалға лайыҡ булды. Өсөнсө урынға 2-се мәктәп уҡыусыһы Рәсүл Ырыҫҡолов сыҡты. Ошо уҡ йәштәге ҡыҙҙар араһында 1-се мәктәптән Эллана Сундукова – беренсе, Өфө ҡунағы Ләйсән Ҡасҡынбаева – икенсе, Клара Исмәғилева өсөнсө урынды яуланы. Үҫмер ҡыҙҙар араһында 1-се мәктәптән еңел атлетика буйынса күп тапҡыр еңеүсе булған Карина Торопкина был юлы ла беренселекте бер кемгә лә бирмәне. Ошо уҡ мәктәптән Амелия Ильясова – икенсе, Ҡауарҙынан Дилара Дәүләтбаева өсөнсө булып килде.
16 йәшлектәр һәм унан өлкәндәр төркөмөндә ике километр арауыҡҡа йүгереүҙә Ҡауарҙынан Айтуған Абдуллин – беренсе, Бурлынан Вилдан Ғәлин – икенсе, Красноусолдан Илнур Кейекбаев өсөнсө урынға сыҡты.
Ҡыҙҙар араһында 1-се мәктәптән Арусик Мартиросян – беренсе, Красноусол башҡорт гимназияһынан Гөлназ Дәүләтбаева икенсе булып килде. Ә өлкәндәр төркөмөндә Розалиә Дәүләтбаева, Фәйез Ҡасҡынбаев һәм Ғайса Кейекбаев алдынғы урындарҙы бер кемгә лә бирмәне.
Кроста йүгереүселәрҙең уҙышыуы ғына түгел, ә бер-береһе менән аралашыуы ла йылы тойғолар ҡалдырҙы. Йыраҡ тип тормай, Ҡауарҙы ауылының Шайморатов урамы йәштәрен, балаларын туплап, үҙенең микроавтобусында алып килгәне өсөн Азат Исмәғилевкә “Афарин!” тип әйтеүселәр күп булды. Эйе, биш бала атаһы үҙенең балаларында ла спортҡа һөйөү тәрбиәләп үҫтерә, шул уҡ ваҡытта башҡаларҙы ла йәлеп итеп, ярыштарға барырға ярҙам итә. Уны изге күңелле ысын депутат тиергә була.
Көндөң икенсе яртыһында “Йәшлек” ял паркының йәшел сиҙәмендә футболсыларҙың дүрт командаһы ярышты. Һөҙөмтәләр буйынса беренселекте “Усолье”, икенсене – “Самарка”, өсөнсөнө – “Стартап”, ә дүртенсе урынды Красноусол башҡорт гимназия-интернаты командаһы яуланы.
Ярыштарҙан спортсыларҙың икенсе һулышы ғына асылып ҡалманы, ә тамашасылар ҙа дәрт-сәм алып ҡайтты. Спортсыларыбыҙ артабан да беҙҙе юғары ҡаҙаныштары менән һөйөндөрөп торор, тип ышанабыҙ.
- Әлфиә ВӘЛИЕВА
Ғафури районы