

Ҡытайҙа булған туристар ундағы халыҡтың бер ғәжәп ғәҙәтенә иғтибар итмәй ҡалмай. Йәше-ҡарты урамға сығып, ҡар-ямғыр яуамы, ҡояш ҡыҙҙырамы, иҫәпкә лә алып тормай, музыка аҫтында гимнастика яһай башлай. Иртән дә, көндөҙ ҙә, кисен дә был традиция ҡабатлана. Шуныһы ҡыҙыҡ, барыһы ла күмәкләп сыға, бөтә иркен урындарҙы файҙаланалар: парктарҙан тыш, ниндәй ҙә булһа бушыраҡ урында, вокзал эргәһендә, хатта күпер аҫтында шөғөлләнәләр.
Нисек кенә мауыҡтырғыс булмаһын, зарядка яһау өсөн Ҡытайға барып булмаҫ инде. Беҙгә әлшәйҙәр ҙә өлгө була ала.
Әлшәй районының Мәҙәниәт йорто алдында иртәнге сәғәт 8-ҙән 9-сы яртыға тиклем ғәм халыҡ йыйылып, зарядка яһарға керешә. Араларында кем генә юҡ – район хакимиәте, мәғариф бүлеге, мәҙәниәт, китапхана хеҙмәткәрҙәре, йәш гвардиясылар, ирекмәндәр, тренерҙар...
Рәсәйҙең милли көрәш буйынса спорт мастеры Алмаз Йәнекәевтең көр тауышы барыһына дәрт өҫтәй, һәр кем спортсының командаһына буйһона. Саф һауала хәрәкәтләнеү, йүгереү, һикереү көндө әүҙем, файҙалы үткәрергә ярҙам итәсәк.
Фото: Әлшәй районы хакимиәте матбуғат хеҙмәте.