

Тиҙҙән, 4 сентябрҙә, баш ҡалабыҙҙа VIII Өфө халыҡ-ара марафон ойошторола. Сараға алты мең спортсы, йүгерергә яратыусылар, скандинав атлауы, роллер спорты менән мауығыусылар йыйыласаҡ.
Ике, биш, 10, 21.1, 42.2 километр арауыҡта үҙ көсөн һынағандарҙы, балалар старттарында ҡатнашҡандарҙы төрлө бүләктәр көтә. Бөгөн VIII Өфө халыҡ-ара марафонына арналған матбуғат сараһында һүҙ ошо һәм башҡалар хаҡында барҙы.
Сарала ҡатнашҡандарҙы фирмалы футболка, иҫтәлекле миҙал, ә иң етеҙҙәрҙе шәп приздар көтә. Шуға халыҡ-ара марафонда ҡатнашығыҙ, үҙ көсөгөҙҙө һынағыҙ.
“Роллерҙарҙа ла ярышасаҡтар. Былтыр 17 генә кеше ҡатнашҡайны. Быйыл иһә роллерҙарҙа ярышырға теләүселәр һаны 70-тән ашҡан да инде. Мәскәүҙән, башҡа төбәктәрҙән, хатта Даниянан да кеше бар”, – тине Өфө халыҡ-ара марафоны директоры Владислав Литвинчук.
Сарала баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев, Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Греков, “Берҙәм Рәсәй” партияһы үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин һәм башҡалар ҙа ҡатнашыр тип көтөлә. Әйткәндәй, был спорт сараһының үткәрелеүе сәбәпле, Өфөлә урамдарҙың ябыласаҡ. Ойоштороусылар белдереүенсә, Радик Юлъяҡшин, Зәйнетдин, “Тауыш” проектында финалға сыҡҡан Анастасия Спиридонова, Александр Ягья ҡатнашлығындағы концерт буласаҡ.
Фото: “Башинформ”.