

Турахан. Кем ул? Кемдер уны, Сыңғыҙхандың вариҫы, ти. Кемдер Басман ханға алып барып бәйләй. Нисек кенә булмаһын, башҡорт ерҙәрендә ҡасандыр йәшәгән был шәхес күптәрҙә һорау тыуҙыра.
Хәҙер тарихсы-ғалимдар был шәхес буйынса ныҡлы эҙләнеү эштәре алып бара һәм байтаҡ икеләнеүҙәр буйынса асыҡлыҡ индерҙе лә инде. Улай ғына ла түгел, хәҙерге Шишмә районында Күскенселәр цивилизацияһы Евразия музейы барлыҡҡа киләсәк. Нәҡ ошонда тарихи эҙҙәр табылған да инде...
- Беҙ ҙур асыштар алдында торабыҙ. Халҡыбыҙҙың тарихы серҙәргә бай. Беҙгә Турахандың кем булғанын ныҡлы аңларға кәрәк. Шуның өсөн ошо музейҙы булдырыуға тотондоҡ та инде. Был һөҙөмтәләр киләсәктә Башҡортостан еренә бихисап турист алып киләсәк, - тип билдәләне Радий Фәрит улы кәңәшмә барышында.
Фото: "Башинформ".