

31 августа Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Ирек Сәғитов Рәсәйҙең юниорҙар араһында заманса бишалыш буйынса беренселекте, “Рәсәйҙең заманса бишалыш федерацияһы кубогы” халыҡ-ара ярыштар тантаналы асыуҙа ҡатнашты. Турнир республиканың Рима Баталова исемендәге спорт әҙерлеге үҙәгендә бара.
Ярыштарҙа Рәсәйҙең 11 төбәгенән, шулай уҡ Беларусь Республикаһынан 88 көслө спортсы ҡатнаша.
- Әлеге ваҡытта заманса бишалыш – республика өсөн төп спорт төрҙәренең береһе. Ул Өфөлә һәм Нефтекамала ныҡлап үҫешә. Уның менән 284 спортсы шөғөлләнә. Йылдар буйы республика спорт мәктәбендә Рәсәйҙең спорт мастеры, Рәсәйҙең халыҡ-ара класлы ете спорт мастеры, 15-тән ашыу Рәсәйҙең спорт мастеры, 200-ҙән күберәк спорт мастеры әҙерләнде. Спорт мәктәбенең 10-дан ашыу тәрбиәләнеүсеһе Олимпия уйындарында ҡатнашты, - тине Ирек Сәғитов.
Премьер-министр урынбаҫары шулай уҡ республиканың Заманса бишалыш федерацияһының әүҙем эше һөҙөмтәһендә дөйөм Рәсәй кимәлендәге ярыштарҙы үткәреү мөмкинлеген булыуы хаҡында белдерҙе, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
- Бөгөнгө турнир – спорт байрамы ул. Спорт еңеүгә ҡаһарманлыҡты, рух һәм ихтыяр көсө тәрбиәләй. Был сифатты бигерәк тә йәштәрҙә тәрбиәләргә кәрәк! Был ярыштар мөһим, унда Белоруссия спортсылары ла ҡатнаша. Беҙ халыҡ-ара спорт бәйләнештәре һәм тәжрибә алыу яҡлыбыҙ. Сөнки бөгөн алдыбыҙҙа – 2024 һәм 2028 йылдарҙа буласаҡ Олимпия уйындарында ҡатнашыу өсөн кандидаттар, - тине Ирек Сәғитов.
Фото: pravitelstvorb.ru