

Башҡортостан Хөкүмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Миәкә районында яңы тау саңғыһы курорты төҙөлә, ул төбәктә ошондай кимәлдәге ун бишенсе объект буласаҡ.
Әлеге ваҡытта республикала төрлө ҡатмарлылыҡтағы һәм оҙонлоҡтағы 75 трассаһы булған 14 тау саңғыһы үҙәге эшләй, шуларҙың 19-ы классификацияланған һәм федераль туристик объекттар исемлегенә индерелгән. Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы проектҡа 2021 йылдан алып консультация ярҙамы күрһәтә, инвесторға Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән “Инвестиция сәғәте”ндә ҡатнашырға ярҙам итте. Булышлыҡ “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ, шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ итеү” һәм “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекттары нигеҙендә күрһәтелә.
– Башҡортостанда тау саңғыһы туризмы туристик хеҙмәттәр баҙарында айырым урын биләй һәм төбәктең географик үҙенсәлектәре арҡаһында тармаҡты үҫтереүҙең өҫтөнлөклө йүнәлештәренең береһе булып тора. Мәҫәлән, яңы йыл каникулдары йомғаҡтары буйынса 2022 йылдың 1 ғинуарынан 9-ына тиклем республиканың тау саңғыһы үҙәктәре 95 мең самаһы туристы ҡабул иткән. Бынан тыш, беҙ Рәсәйҙең 2022 йылға ял итеү өсөн иң яҡшы 10 курорты иҫәбенә индек, – тип билдәләне эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Рөстәм Афзалов.
Яңы проектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме 140 миллион һум самаһы тәшкил итә. Беренсе этапты ғәмәлгә ашырыу осорона (2022-2023 йылдар) 55,43 миллион һум йүнәлтелә. Инвестиция проекты ярҙамында 35 яңы эш урыны булдырыласаҡ. Августа “Альтаир” компанияһының проекты Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекты статусын алды.
Курорт биләмәһендә әүҙем ял итергә яратыусылар өсөн тау саңғыһы, тюбинг һәм мототрассалар йыһазландырыла. Шулай уҡ яр буйы биләмәһен төҙөкләндереү, ҡунаҡхана комплекстары, мунсалар, йыһаздарҙы прокатҡа биреү станцияһы, медицина пункты, банкет залы төҙөү ҡаралған.
Проект үҫешкән заманса курорт инфраструктураһын булдырыуҙы күҙ уңында тота. Ул ғаилә менән йыл әйләнәһенә ял итеү өсөн киң хеҙмәттәр спектрын тәҡдим итергә мөмкинлек бирәсәк. Комплекс төҙөлөшө республикала эске туризмды үҫтереүгә булышлыҡ ҡылған төбәк биләмәһендә яңы йәлеп итеү нөктәһе булдырасаҡ.
Эшҡыуарлыҡ һәм туризм министрлығы Башҡортостанда ҡунаҡсыллыҡ индустрияһын үҫтерергә теләгән эшҡыуарҙар, шулай уҡ проекттары Башҡортостандың өҫтөнлөклө инвестиция проекттары исемлегенә инеүгә дәғүә иткән инвесторҙар өсөн консультатив ярҙам күрһәтә.
Бизнесты үҫтереүгә бәйле һәр мәсьәлә буйынса республика бизнес-шерифтарынан консультация алырға мөмкин, уларҙың бәйләнеше министрлыҡ сайтында урынлаштырылған.
Фото: bashenc.online
Текст сығанағы: pravitelstvorb.ru/ru/press-office/news.php?ELEMENT_ID=57139