Спорт һәм туризм
1 Сентябрь 2022, 07:15

Ике көн барасаҡ

3-4 сентябрҙә Өфөләге “Динамо” спорт комплексында “Спорт. Лидерлыҡ. Берҙәмлек” халыҡ-ара спорт форумы ойошторола

Ике көн барасаҡИке көн барасаҡ
Ике көн барасаҡ

3-4 сентябрҙә Өфөләге “Динамо” спорт комплексында “Спорт. Лидерлыҡ. Берҙәмлек” халыҡ-ара спорт форумы ойошторола.

Сараны Башҡортостан Хөкүмәте, Спорт министрлығы, республиканың Баскетбол, Грэпплинг, Футбол, Киберспорт федерациялары, “Юнармия” төбәк штабы, ”Толпар” спорт шахмат клубы, Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге, Өфө халыҡ-ара марафоны дирекцияһы ойоштора.

Форум сиктәрендә Өфө халыҡ-ара марафоны, Волга буйы федераль округының грэпплинг буйынса турниры, баскетбол, шахмат, футбол, шулай уҡ киберспорт буйынса ярыштар үткәрелә. Бынан тыш, тағы Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллегенең Йәмәғәтселек советы кәңәшмәһе була. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры – Евразия халыҡтары ассамблеяһының Башҡортостандағы вәкиллеге етәксеһе Андрей Назаровтың, республиканың Спорт көрәше федерацияһы рәйесе Алан Марзаевтың, спорт министры Руслан Хәбибовтың ҡатнашыуы көтөлә.

Фото: БР Спорт министрлығы.

 

Автор:Айһылыу Низамова
Читайте нас