

Рәсәйҙең Футбол союзы яңы уҡыу йылын “Футбол мәктәптә” федераль проектына ярашлы башлай.
1 сентябрҙән был башланғысҡа илдең 2150, шул иҫәптән Башҡортостандың 61 мәктәбе ҡушылды. Шулай итеп, һәр мәктәпкә методик йәһәттән ярҙам күрһәтеләк, футбол өсөн төрлө кәрәк-яраҡ, проект өсөн әҙерләнгән махсус туптар тапшырыласаҡ. Пакистандан Рәсәй төбәктәренә, шул иҫәптән Себер, Төньяҡ һәм Алыҫ Көнсығыштың йыраҡ мөйөштәренә тәүге туптар – 12 мең дана – килтерелгән дә инде.
“Футбол мәктәптә” пилот проекты былтыр илдең һигеҙ төбәгендә старт алғайны. Яңы уҡыу йылында тағы 40 төбәк ҡушыла.
Фото: sport.bashkortostan.ru