Спорт һәм туризм
2 Сентябрь 2022, 07:37

Килегеҙ, ҡатнашығыҙ, бүләк отоғоҙ!

Был сара һигеҙенсе тапҡыр үткәрелә.

ufacity.infoufacity.info
Фото:ufacity.info

VIII Өфө халыҡ-ара марафонының башланыуына һанаулы ғына көндәр ҡалды. 4 сентябрҙә баш ҡалабыҙҙа алты мең спортсы, шул иҫәптән йүгереү, скандинав йөрөшө һәм роллер спортын яратыусылар йыйыласаҡ тип көтөлә.

 

Ҡаланың тарихи үҙәге буйлап йүгерәсәктәр

 

“Баш ҡала һигеҙенсе тапҡыр халыҡ-ара спорт үҙәктәренең береһенә әйлә­нәсәк һәм сәләмәтлек, әүҙем тормош алып барыусыларҙы берләштерәсәк. Ҡатна­шыу­сыларҙы һәм көйәрмәндәрҙе төрлө конкурстар, приздар ойошто­роласаҡ концерт программаһы көтә. Барыһын да ошо спорт байрамына саҡырам”, – тип бел­дерҙе күптән түгел Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, марафонды ойоштороусы Денис Назаров.

Быйылғы Өфө марафоны йүгереү һәм скандинав йөрөшө дистанциялары – ике, биш, 10, 21,1, 42,2 километр, балалар старт­тары (100-600 метр). Һәр ҡатнашыусы стартта – пакетта футболка, партнерҙарҙан бүләктәр, финишта эксклюзив миҙал аласаҡ. Иң шәп ҡатнашыусыларҙы приздар көтә.

“Өфө марафоны – өфөләрҙең һәм баш ҡала ҡунаҡтарының иң яратҡан байрам­дарының береһе. Ҡатна­шыусыларға Рәсәйҙәге иң уңайлыларҙың береһе булған трасса буйлап йүгерергә, ҡаланың тарихи өлөшө аша һалынған матур маршрутҡа һоҡланырға тәҡдим итәбеҙ”, – тине Өфө халыҡ-ара марафоны, Bashrun йүгереүҙәр серияһы  директоры Владислав Литвинчук.

Өфө халыҡ-ара марафоны ваҡытында алтынсы тапҡыр “#ЙүгерәмЯрҙам итәм” хәйриә акцияһы ойошторола: ҡатнашыу­сылар йүгерә һәм Өфөләге хәйриә фондтарына ярҙам итә ала.

Сарала ҡатнашыу өсөн түбәндәге сайтта теркәлергә кәрәк:

https://russiarunning.com/event/ufa2022.

 

Кемдәр бушлай ҡатнаша ала?

 

Владислав Литвинчуктың һүҙҙәренә ҡарағанда, 4400 кеше теркәлгән дә инде. Тәжрибә күрһәтеүенсә, һуңғы көндәрҙә, старт алдынан, спорт яратыусылар күпләп сарала ҡатнашырға теләй. Былтыр был сарала дүрт мең кеше ҡатнашһа, быйыл­ғыһында был һан күпкә күберәк булыр  тип көтөлә. Халыҡ-ара марафонда ҡатна­шыу теләген белдергәндәр араһында донъяның 23 иленән, Рәсәйҙең 222 ҡалаһынан һәм 33 төбәгенән вәкилдәр бар. “Ғәҙәттәгесә, Ҡаҙағстандан, Латвиянан, Беларусь Республикаһынан йүгереү­селәр яҙылды. Азия һәм Африка илдә­ренән Өфөләге юғары уҡыу йорттарында белем алғандар марафонда әүҙем ҡатнаша”, – тине матбуғат конференция­һында Владислав Литвинчук.

VIII Өфө халыҡ-ара марафонын үткәреү өсөн Башҡортостан Хөкүмәтенең гранты бүленгән. Башҡортостан Спорт министр­лығынан Зөлфиә Сәмиғуллина­ның белдереүенсә, баш ҡала һәм уға яҡын райондарҙағы спорт мәктәптәренән, адаптив спорт үҙәктәренән уҡыусылар бушлай ҡатнаша ала.

 

Ниндәй яңылыҡтар бар?

 

Сарала ҡатнашыусыларҙы футболка, иҫтәлекле миҙал, ә иң етеҙҙәрҙе шәп приздар көтә. Шуға халыҡ-ара марафонға ҡушылығыҙ, үҙ көсөгөҙҙө һынағыҙ.

“Роллерҙарҙа ла ярышасаҡтар. Былтыр 17 генә кеше ҡатнашҡайны. Быйыл иһә роллерҙарҙа ярышырға теләүселәр һаны 70-тән ашҡан да инде. Мәскәүҙән, башҡа төбәктәрҙән, хатта Даниянан да вәкил бар”, – тине Өфө халыҡ-ара марафоны директоры Владислав Литвинчук.

Халыҡ-ара марафонда баш ҡала хакимиәте башлығы Ратмир Мәүлиев тә стартҡа сыға. Ул 10 километр арауыҡҡа йүгереүҙе һайлаған. Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле Сергей Греков ошондай уҡ арауыҡҡа йүгерәсәк, тағы тиҙлекле роллерҙар трассаһында ҡатнашыр тип көтөлә. Шулай итеп, ул ике төр этапты ла үтмәксе. “Берҙәм Рәсәй” партияһы үҙәк башҡарма комитеты етәксеһе Александр Сидякин һәм башҡалар ҙа уҙыштарҙа үҙен һынап ҡараясаҡ.

Әйткәндәй, был спорт ярышы үткәрелеүе сәбәпле, алдағы ялдарҙа Өфөнөң тарихи үҙәгендә юлдар ябыласаҡ. Шулай итеп, 3 сентябрҙә 12 сәғәттән 24 сәғәткә тиклем Зәки Вәлиди урамының Карл Маркс урамынан Совет урамына тиклем участкаһы буйлап машиналар йөрөй алмаясаҡ. 4 сентябрҙә иртәнге     7-нән 15 сәғәт 30 минутҡа тиклем Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Пушкин, Карл Маркс, Ленин, Революция, Мостай Кәрим, Достоевский, Коммунистик, Чернышевский, Крупская, Киров, Театр урамдарында транспорт хәрәкәте сикләнәсәк. Спорт сараһының үткәрелеүенә бәйле йәмәғәт транспорты хәрәкәтендә лә үҙгәрештәр буласаҡ.

Ойоштороусылар белдереүенсә, Радик Юлъяҡшин, Зәйнетдин, “Тауыш” проектында финалға сыҡҡан Анастасия Спиридонова, Александр Ягья ҡатнаш­лығында концерт буласаҡ, шуға күрә спорт байрамынан ситтә ҡалмағыҙ, килегеҙ, ҡатнашығыҙ һәм бүләктәр отоғоҙ!

- Айһылыу НИЗАМОВА
Өфө ҡалаһы

Читайте нас