Спорт һәм туризм
2 Сентябрь 2022, 10:45

Уңғандарҙың хеҙмәтен ҡеүәтләп

davlekanovskii_admdavlekanovskii_adm
Фото:davlekanovskii_adm

Йәшәйешебеҙҙең ниндәй генә тармағын алмайыҡ, ундағы уңыштарға нигеҙ һалыусылар, алға этәреүселәр бар. Уларҙы оло хөрмәт менән остаз тип йөрөтәбеҙ. Спорт өлкәһенә килгәндә, спортсыларҙың уңышы тренерҙарҙың эшмәкәрлегенә бәйле.

Әйткәндәй, Рәсәйҙә Тренерҙар көнө лә булдырылған. Ул 30 октябрҙә билдәләнә. Был да үҙенә күрә ошо һөнәр эйәләренә иғтибарҙың артыуын күрһәтә. Уларҙың эшен тағы ҡеүәтләү өсөн республикала тәүгеләрҙән булып “Ауыл тренеры” программаһы барлыҡҡа килде. Был проект республикала 2020 йылда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың башланғысына ярашлы ғәмәлгә инде.

Республикабыҙ илдә ауыл ерендә эшләгән спорт тренерҙарына һәм остаздарына бындай ярҙам проектын уңышлы тормошҡа ашырған тәүге төбәк булды. Был программа буйынса ҡулаҡса түгел, ә сертификат бирелә. Уны торлаҡ (өй йәки фатир) өсөн ер биләмәһе һатып алыуға, йорт төҙөүгә, автомобиль транспортын һатып алыуға, белем алыуға тотонорға мөмкин. Һөҙөмтәлә был программа педагогтарға ауылда төпләнергә булышлыҡ итә. Билдәләүҙәренсә, йәш белгестәрҙе ауыл еренә йәлеп итеүгә йүнәлтелгән был программа барлыҡҡа килгәс, спорт мәктәптәрендә эшләргә теләгән йәш тренерҙар һаны артҡан.

Шулай итеп, республикабыҙҙың төрлө төбәктәренән спорт остаздары – балаларҙы сәләмәт тормош алып барыуға өндәүселәр – “Ауыл тренеры” сертификатын ала. Бына ошондай үҙенсәлекле бүләккә лайыҡ булыусылар араһында Дәүләкән районынан “Самбо-75” балалар һәм үҫмерҙәр спорт мәктәбе директоры тренеры Артур Туғашев та бар. Артур Тимерәр улы – Рәсәй һәм Йәштәр юғары футбол лигаһы футбол арбитры ла. Бынан тыш, ул – Бөтә Рәсәй “Хеҙмәткә һәм оборонаға әҙер” физкультура-спорт комплексы тест ойоштороу үҙәгенең Дәүләкәндәге бүлексәһе етәксеһе.

Бөтә донъя балалар футболы көнөндә Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов Артур Туғашевҡа һәм тағы бер нисә тренерға “Ауыл тренеры” сертификатын тапшырғайны. Был уға һәм уның коллегаларына тағы ла дәртләнеберәк, ең һыҙғанып эшләү өсөн ҙур этәргес көскә эйә булды.

 - Айһылыу НИЗАМОВА

Дәүләкән районы.

Читайте нас