Спорт һәм туризм
3 Сентябрь 2022, 14:00

Өфө ҡәлғәһен һәм Ҡаласыҡ-2-не тергеҙеүгә нисек ҡарайһығыҙ?

"Инфраструктура объекттарын төҙөүҙе тиҙләтеү өсөн барлыҡ бюрократик процедураны яңынан ҡараясаҡбыҙ, документтарҙы килешеү ваҡытын ҡыҫҡартабыҙ".

Өфө ҡәлғәһен һәм  Ҡаласыҡ-2-не тергеҙеүгә нисек ҡарайһығыҙ?Өфө ҡәлғәһен һәм  Ҡаласыҡ-2-не тергеҙеүгә нисек ҡарайһығыҙ?
Өфө ҡәлғәһен һәм Ҡаласыҡ-2-не тергеҙеүгә нисек ҡарайһығыҙ?

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров бөгөн республиканың туристик индустрияһы вәкилдәре менән осрашты. 2,5 сәғәттән ашыу барған сарала тармаҡтың мәсьәләләре һәм уларҙы хәл итеү юлдары ҡаралды. Республикала туризмды яҡшы кимәлгә сығарыу мөмкинлеген биргән яңы үҫеш нөктәләре ҡаралды.

"Быйыл Башҡортостан федераль ярҙам буйынса алдынғы төбәктәр иҫәбендә булды. Ростуризмдан 336 миллион һум аласаҡбыҙ. Киләһе йылға планда – яңы туристик маршруттар әҙерләү, һыу һәм пляж эргәһендә ял өсөн урындарын төҙөкләндереү, кемпенгтар төҙөү, яңы мәғлүмәт үҙәктәре булдырыу һәм туристарҙың сәләмәтлеген иҫәпкә алып шарттар тыуҙырыу.

Шулай уҡ ялдан тәьҫораттар һәм төрлөлөк алыу өсөн хеҙмәттәр спектрын киңәйтәсәкбеҙ, яңы туробъекттар булдырасаҡбыҙ. Баш ҡалала Өфө ҡәлғәһен һәм Ҡаласыҡ-2-не тергеҙеү варианттарын ҡарайбыҙ. Был бөгөнгә тиклек һаҡланмаған, әммә уларҙы тергеҙгәндә республиканың баш ҡалаһының йөҙөк ҡашына әйләнеү мөмкинлеге булған үҙенсәлекле тарихи ҡоролмалар. Рәсәй биләмәһендәге иң боронғо ҡаланың музей комплексы, һис шикһеҙ, яңы туристарҙы йәлеп итәсәк.

Инфраструктура объекттарын төҙөүҙе тиҙләтеү өсөн барлыҡ бюрократик процедураны яңынан ҡараясаҡбыҙ һәм документтарҙы килешеү ваҡытын ҡыҫҡартабыҙ.

Туристик объекттарға даими пассажирҙар ташыу юлын ҡарайбыҙ. Берҙәм мәғлүмәт платформаһын көйләйәсәкбеҙ, унда улар ғәмәлдәге барлыҡ программалар тураһында белә аласаҡ.

Палаткалы ялды, этно-экологик туризмды, ауыл туризмына теге йәки был ризыҡты әҙерләү барышына йәлеп итеп, сәнәғәт заманса һәм тарихи туризмды үҫтерәсәкбеҙ.

Башҡортостанды, туробъекттарҙы танытыу өсөн эшҡыуарҙарға маркетинг өсөн сығымдарҙы субсидиялау программаһын әҙреләйәсәкбеҙ", – тине Андрей Назаров.

Фото һәм мәғлүмәт сығанағы: vk.com/wall555400080_1481.

Автор:Рәмилә Мусина
Читайте нас